-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һай, Хәйбулла ҡыҙҙары!

Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы ҡыҙҙары «Тыуған илебеҙ менән ғорурланабыҙ» исемле Бөтә Рәсәй фәнни-тикшеренеү һәм ижад эштәре конкурсында ҡатнашып, еңеү яулап район данын күтәргән.

Һай, Хәйбулла ҡыҙҙары!
Һай, Хәйбулла ҡыҙҙары!

Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең VIII «Г» синыфы уҡыусыһы Камилла Байғужина дистанцион этапта ҡатнашып юғары баһа алһа, 3-сө мәктәптең VII «В» уҡыусыһы Гөлфиә Ҡоҙабаева Мәскәүҙә ойошторолған онлайн этапта яҡшы һөҙөмтә күрһәткән.

Камилла «Бизнес пландан — яҡшы файҙа» тигән тема өҫтөндә эшләгән. Ә Гөлфиә «Күркәне өй шарттарында үрсетеү ысулдары» тикшеренеү һөҙөмтәһе хаҡында һөйләгән. Икеһе лә ижади проекттарын жюри алдында лайыҡлы яҡлап, бар һорауҙарға тулы яуап биргән.

Ҡыҙҙар яҡшы сығыш яһап, икеһе лә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы ойошторған был абруйлы конкурста III урынға лайыҡ булған.

Афарин, ҡыҙҙар! Алда ла еңеүҙәрегеҙ күп булһын!

 Фото һәм сығанаҡ:  Администрация Хайбуллинского района

 

 

Һай, Хәйбулла ҡыҙҙары!
Һай, Хәйбулла ҡыҙҙары!
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас