-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ильяс – 2025 йылғы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүсеһе

Ильяс Саҙрисламов –  Дүртөйлөләге 2-се лицейҙың XI синыф уҡыусыһы. 

Ильяс  – 2025 йылғы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүсеһе
Ильяс – 2025 йылғы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүсеһе

Конкурс Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған.

Рәсәй Федерацияһының 58 субъектынан Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүселәренең исемдәре октябрҙә үк билдәле булған.

Һайлап алынған 100 еңеүсене бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә декабрь башында үткән. Конкурс йомғаҡтары буйынса еңеүселәрҙең иншалар йыйынтығы китап итеп тә баҫтырылып сығарылған. Ильястың «Әнүзә инәй» хикәйәһе «Еңеүселәрҙең эштәре» бүлегенә индерелгән.
Баланың ижад эшен   хуплап тороусы атай-әсәһе, уҡытыусыһы Зөлфиә Фәлит ҡыҙы Халиҡова маҡтауға лайыҡ.

Ҡотлайбыҙ, Ильяс!  Һиңә уңыштар  теләйбеҙ!

 Сығанаҡ һәм фото: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы

Ильяс  – 2025 йылғы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүсеһе
Ильяс – 2025 йылғы Бөтә Рәсәй иншалар конкурсы еңеүсеһе
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас