Был награда йәмәғәт эштәрендә, яуҙа һәм хеҙмәттә күрһәтелгән фиҙакәрлек өсөн тапшырыла.
"VIII синыф уҡыусыһы Динә – фәҡәт яҡшы билдәләргә генә өлгәшкән, киләсәген медицина менән бәйләргә хыялланған ябай, тырыш ауыл ҡыҙы. Әммә Тыуған иленә, халҡына файҙалы булыу теләге уны ирекмәндәр рәтенә алып килә. Ул бик тиҙ маскировка селтәрҙәре үреү оҫтаһына әүерелә. Ҡыҙыҡайҙың фиҙакәр хеҙмәте юғары баһалана – ул ошо абруйлы миҙалға лайыҡ булды",- тип яҙа "Осҡон" гәзите.
Сығанаҡ һәм фото: "Осҡон" гәзите.