Төҙөүселәр ғаиләһендә тәрбиәләнгән Гордей бәләкәйҙән үк был һөнәргә өйрәнеп үҫә. Ҡыҙыҡһыныусан бала 4 йәшендә үк тәүге «өйө»нөң проектын төҙөй.
Бөтә Рәсәй «Төҙөүсенән һора» конкурсында ҡатнашып, II урын алғас, уны Советҡа саҡыралар.
Гордей Рәсәй Шахмат федерацияһында, Зураб Церетели галереяһында, Төҙөлөш министрлығы ултырыштарында ҡатнашып та өлгөрҙө!
Быйыл Гордей үҙенең тәүге, әммә бик мөһим проекты өҫтөндә эш башлаясаҡ. Проект йәш быуын араһында төҙөлөш һөнәрен танытыуға йүнәлтелгән!
Был уҡыусының тырышлығы, белеме, ынтылышы, ысынлап та, бик һоҡландыра! Уға уңыштар теләйбеҙ!
Сығанаҡ һәм фото: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы