Һай, башҡорт ҡыҙы!

Йылайыр районының Һултантимер ауылынан 11 йәшлек Зөләйха Йомабаева – мал йәнле ҡыҙ бала.

Һай, башҡорт ҡыҙы!Һай, башҡорт ҡыҙы!
Һай, башҡорт ҡыҙы!

Ул «Ирәндек» фонды конкурсында Дар ҡушаматлы йәш тайҙы нисек ауыҙлыҡлауын күрһәтә. Тфү, күҙ теймәһен!  8 йәшенән атҡа атланған сос ҡыҙыҡайға һоҡланмау мөмкин түгел. Һай, афарин! Ҡыйыу ҡыҙҙың аттарға һөйөүе һәм ҡурҡыу белмәҫ йөрәге — күптәргә өлгө! Һоҡланғыс Зөләйхаға уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: телеканал САЛЯМ | СӘЛӘМ телеканалы

Фото: «Ауыл уттары» төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас