-4 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Санъяр - бар яҡтан да өлгөлө

 Баймаҡ район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов:   - Дуҫтар, һеҙҙең менән батырлыҡ һәм ысын мәғәнәһендә изге ғәмәл тураһындағы ваҡиға менән уртаҡлашҡым килә, - тип яҙа үҙенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендә.

Санъяр - бар яҡтан да өлгөлө
Санъяр - бар яҡтан да өлгөлө

- Ниғәмәт ауылынан Санъяр Мырҙағәлин тураһында мин үҙ битләүемдә яҙып үткән инем.

Уның атаһы Әҡсән Мырҙағәлин махсус хәрби операцияның башында уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Эвакуация үҙәге етәксеһе булараҡ, ул үҙенең хәрби иптәше, Күсей ауылынан яҡташы Таһир Кинйәбаевтың кәүҙәһен һуғыш яланынан алып сыға.

Был ҡыйыулығы өсөн уға рәхмәт йөҙөнән һәләк булған батырҙың ата-әсәһе бүләк бирергә ҡарар итә. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҡсән Мырҙағәлин үҙе лә батырҙарса һәләк була. Кинйәбаевтар ғаиләһе, аманатты үтәп, Әҡсәндең улы Санъярға ат бүләк итә.

Санъяр ҡыйыу, тырыш һәм һәләтле булып үҫеп килә, атаһының үткән хәрби юлы менән бик ғорурлана. Мин Санъяр менән шәхсән аралаштым. Ул шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡый, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай. Кескәй булыуына ҡарамаҫтан, ул хәҙер әсәһе Гөлдәр Мотаһар ҡыҙы өсөн ышаныслы таяныс һәм ярҙамсы.

Мин Санъярға бөгөнгөләй әүҙем һәм шат күңелле булып ҡалыуын теләйем. Киләсәктә тормош юлы бәхетле һәм уңышлы булһын! 

 Сығанаҡ һәм фото:vk.com/wall846210804_4366 

Санъяр - бар яҡтан да өлгөлө
Санъяр - бар яҡтан да өлгөлө
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас