Малайҙар - Баймаҡ районы Әбделкәрим мәктәбенең VII cиныфы уҡыусылары. Хәҙер улар рәхәтләнеп хоккей уйнай. Шулай уҡ кемдәр майҙансыҡта конькила шыуырға теләй, улар ҙа килә икән. Туңған Һаҡмар йылғаһынан халыҡ өҙөлмәй. Балаларҙың шат тауыштары тирә-яҡҡа таралған.
Әлбиттә, тырыштарҙың был эштәре тик маҡтауға ғына лайыҡ. Спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа ынтылыштары артабан да һүрелмәһен, тип теләргә генә ҡала.
Афарин, Әбделкәрим егеттәре!
Фото: Розалиә Алсынова.