+24 °С
Дождь
VKOKTelegram

Әлиә — гимназия ғорурлығы

Уҡыу алдынғыһы, беренсе cиныфтан алып төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашып гел призлы урындар яулаусы, быйыл Рәсәй Мәғариф министрлығы исемлегенә ингән ике республика олимпиадаһында уңышҡа ирешеүсе, инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк этабы призёры...  

Әлиә —  гимназия ғорурлығыӘлиә —  гимназия ғорурлығы
Әлиә — гимназия ғорурлығы

Өфөләге Зәйнәб Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының IX «Б» синыфы уҡыусыһы Әлиә Ғәбделхәмәтованы белем усағында маҡтап бөтә алмайҙар. Гимназия ғорурлығы ул! Үҙен ике тапҡыр Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ректоры исеменән диплом һәм Калинин районы хакимиәте башлығы исеменән Маҡтау ҡағыҙы менән дә бүләкләгәндәр. Синыф етәксеһе – Раушания Фәдис ҡыҙы Ғәлимова.
– Әҙәби китаптар уҡыр­ға яратам. I синыфтан алып күп классик әҫәрҙәр­ҙе уҡып бөттөм. Китапҡа һөйөүҙе беренсе уҡытыу­сым Гөлгөнә Нәғим ҡыҙы Ғәниева тәрбиәләне. Уға ҙур рәхмәтлемен, – ти Әлиә.
Был ҡыҙға һоҡланмау мөмкин түгел. Ул быйыл туғыҙынсы синыфты тамамлай. Әлиәгә имтихандарын яҡшы ғына тапшырыуын теләйбеҙ.



Зөһрә ХӘКИМОВА.


Һүрәттә: Әлиә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Гөлниса Йәғәфәр ҡыҙы Яныбаева һәм Гөлгөнә Нәғим ҡыҙы Ғәниева менән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас