

Ярышыусы дәғүәсеһен, киҫкен хәрәкәттәр яһап, бағананан этеп төшөрөргә маташа. Дәғүәсеһе лә бирешеп бармай, бүрәнәгә сат йәбешеп, цирк трюктарын башҡарғандай, бар көсөнә тырыша. Ҡарап тороуы — үҙе бер тамаша!
Романдың етеҙлегенә, оҫталығына һәм ныҡышмалылығына ҡарап туйғыһыҙ! Тәки ҡыйыу малай еңде бит! Әйткәндәй, был уның беренсе еңеүе түгел икән. Роман — көрәш буйынса район чемпионы һәм Еңеү көнөнә арнап уҙғарылған 12 километрлыҡ марафон призеры ла.
Афарин, Роман, алда ла еңеүҙәрең күп булһын!
Сығанаҡ һәм фото: Газета «Баймакский вестник»