

«Вишня» позывнойлы был ҡыҙға ҡарап, уның махсус операцияла булыуын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Ябыҡ ҡына кәүҙәле Дарья 18 йәше тулыу менән фронтҡа китә. Ярты йылдан ашыу «БАРС-6» ирекле отряд составында хеҙмәт итә.
Батыр йөрәкле Дарья «БАРС-6» ирекле отрядта эвакуация төркөмө составында яралыларҙы һуғыш яланынан алып сығып, беренсе ярҙам күрһәтә. Яуҙағы беренсе айында Дарья контузия ала һәм өс көн госпиталдә була. Тағы яңынан алғы һыҙыҡҡа ҡайта. Үҙе әйтеүенсә, ул хеҙмәттәштәре араһында — иң кесеһе.
2025 йылдың декабрендә «Вишня» тыуған яғына ҡайта. Сөнки уның подразделениеһы тарҡатыла.
Хәҙер МХО яугирҙарына ярҙам итеүен дауам итеп, изгелек эшен алып бара.
Фото: Башинформ.рф