

Сулпан Байғалина башҡалар кеүек үк тулы ҡанлы тормош алып барырға, юғары белем алырға тырыша һәм маҡсаттарына ышаныслы бара.
Был ҡатмарлы һәм яуаплы эште тормошҡа ашырыуҙа уға ябай башҡорт йәштәре ярҙам итә. Улар – Ғайсар Мөхәмәтйәнов, Тимур, Вәлит, Юлдаш, Алмас һәм Луиза. Маҡсатлы ҡыҙҙың теләге тап улар менән тормошҡа ашырыла!
Сулпан, һиңә уңыштар теләйбеҙ, теләктәрең ҡабул булһын. Һин — күптәргә өлгө!
Сығанаҡ һәм фото: «Атайсал» төбәк гәзите