+20 °С
Ясно
VKOKМакс

«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм «миллионлы» блогер Рөстәм Нәбиев журналистар менән осрашты. Хәбәрселәр менән ихлас аралашып, уларҙы ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарға яуап бирҙе.

«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев
«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев
Әйткәндәй, республика Башлығы указы менән Рөстәм Нәбиев гражданлыҡ бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, ҡыйыулығы өсөн генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгәйне. Уны Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров үҙе тапшырып:
– Рөстәм – иҫ киткес ҡыйыу, көслө ихтыярлы кеше. Ул Омскиҙа казарма емерелеү ваҡытында ике аяғын да юғалта, тиҫтәләгән операция кисерә. Шуға ҡарамаҫтан, әүҙем тормошҡа кире ҡайтырға көс таба. Оҙаҡ ваҡыт следж-хоккей менән шөғөлләнә, ә хәҙер уның мауығыуы – тауҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәм, быйыл Рөстәм Нәбиев тарихта ҡулдарында ғына Эверестҡа күтәрелә алған беренсе кеше булды. Был – иҫ киткес ҡаҙаныш! Ҡыйыу егет үҙенең миҫалы менән барыбыҙға ла мөмкин булмаған бер нәмә лә юҡлығын иҫбатланы. Шулай уҡ ул – күп балалы өлгөлө атай һәм бик яҡшы кеше. Һинең менән ғорурланам, Рөстәм! Бар яҡлап үҙеңә уңыштар теләйем! – тине.
Журналистар менән осрашыуҙа сығышы менән Саҡмағош егете үҙе өсөн мөһим булған тормош ҡиммәттәре, йәшәүҙең ҡәҙерен белеү, ҡулыңдан килмәҫтәй бер нәмәнең дә юҡлығы хаҡында һөйләне.
Тауға менеү – ул физик көс кенә түгел, ә рух ныҡлығы, рух һынауы. Рөстәм Нәбиев – барыһы өсөн үрнәк. Сөнки беҙ, ысынлап та, ҡайһы ваҡыт тормошта осраған төрлө ҡаршылыҡтар алдында юғалып ҡалабыҙ, теләгән хыялдарыбыҙға ирешергә көсөбөҙ етмәй, ярты юлда юғалабыҙ…
– Альпинизм менән алты йыл шөғөлләнәм. Барыһы ла хәтерләйҙер Эльбрус тауына үрләгәндә илағанымды. Ул саҡта беренсе тапҡыр бейек тауға менеүем ине. Мин үҙемдең көсөмдө генә һынап ҡарарға теләгәйнем. Әлбиттә, ҡулдарҙа ғына тау­ға менеп етәсәгемә күптәр ышанманы. Үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауға яуап эҙләп: «Нишләп үрелмәҫкә, әле бер кем дә тауға ҡулдарҙа менеп ҡарамаған бит?» – тип, был һынауҙы үтергә булдым, – ти Рөстәм Нәбиев. – Тормошта мөмкин булмаған нәмәләрҙең юҡлығын иҫбатларға тырыштым. Кешеләрҙең баш­ҡар­ғандарын ҡабатларға түгел, ә үҙең теләгәнгә ынтылырға кәрәк. Һәр кемдең күңелендә хыялланған изге уйы бар. Мин казармала емереклектәр аҫтында ҡалғанда: «Әгәр ошонда үлһәм, киләсәккә минән бер нәмә тороп ҡалмай. Балаларым да юҡ, аныҡ эштәр ҙә башҡарылмаған», – тигән уйҙар үтте башымдан... Үлемгә килгәндә, унан һис тә ҡурҡманым.
Әлбиттә, Эльбрус тауына үрләгәндән һуң, кире аҫҡа төшкәндә, башҡа тауға менмәйем, тигәйнем дә. 11 айҙан ҡыҙыҡһыныуым артып, кире хыялыма ҡайттым. Ә уйлап ҡараһаң, тауҙарға үрмәләү кеше өсөн бик ҡурҡыныс. Әйләнеп ҡайтмауың да бар. Бында барыһын аҡыл менән уйлап, дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мөһим. Сөнки кире ҡайта алмаған альпинистар хаҡында ла беләһегеҙ. Әле Эверест тауына быйыл күтәрелеүселәр араһында биш кешенең ғүмере өҙөлдө. Хатта берәүһе минең күҙ алдымда һәләк булды – тауҙың иң юғары нөктәһенә менеп, кире аҫҡа төшөп еткәс… Ә бит тауға үрмәләүгә ҡарағанда, төшөү икеләтә ауыр.

Эверест – мин яулаған дүртенсе тау. Уның иң юғары нөктәһе – 5 мең метр. Алда тағы өс тауға артылырға ниәтем бар. Хоҙайым уларға менергә көс, сабырлыҡ бирһен, тип теләйем. Мин Аллаға ныҡ ышанам.
Ғөмүмән, кешенең мөмкинлектәре сик­һеҙ, үҙеңә дөрөҫ йүнәлеш биреп, көсөңә ышанырға ғына кәрәк. Шунда барыһы ла килеп сығасаҡ.
Ҡыйыу ғаилә башлығы ҡатыны Индира менән Казбек һәм Эльбрус тауҙарына күтәрелеүе тураһында: «Ҡатыным мине аңлай, ул да тауға менеп, хәҙер мин нимәләр кисергәнде белде. Әлбиттә, яҡын кешеңдең яныңда булыуы яҡшы, әммә башҡа улай бергә күтәрелеүҙе һис теләмәйем. Индира өсөн дә, үҙең өсөн дә яуаплылыҡ тояһың», – тине.
Альпинист һәр тауға менер алдынан физик күнекмә эшләй, етди әҙерлек үтә. Әйткәндәй, уның ҡатыны Индира – ышаныслы, ныҡлы терәк, һоҡланғыс һәм уңған хужабикә. Уларҙың ҡыҙҙары София, Әминә һәм улдары Таир бар. Әле Эверест тауынан ҡайтҡас, ғаиләһе менән Торатауға күтәрелгәндәр. Балалар өсөн дә ошолай һынау үткәрә Рөстәм. Хәҙер улар тауға үрмәләүҙең нисек икәнен бик яҡшы аңлай.
Әле Рөстәм Илгиз улы китап яҙа, быйыл баҫтырып сығарырға ниәтләй. Уның хаҡында кино ла төшөрөләсәк. Буш ва­ҡыттарында хәрби госпиталдәрҙәге яугир егеттәр янында булырға тырыша. Дәүләт Думаһына 
эксперт булараҡ ҡабул ителгән. Шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашырға йыйына.
Декабрь айында тағы яңы тау­ға артылырға планлаштыра көслө рухлы, һоҡланғыс, исеме донъя тарихына яҙылған Башҡорт­остан егете Рөстәм Нәбиев. Уға ныҡлы һаулыҡ һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!


Зөһрә ХӘКИМОВА.

Фото: Альберт ЗАҺИРОВ.
«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев
«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев
«Кешенең мөмкинлектәре сикһеҙ», — ти Рөстәм Нәбиев
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас