Татырүҙәктән Альфред Сөләймәнов – «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», ә Һамарҙан Андрей Казанов «Иң оҫта һаҡсы» тип билдәләнде. Вәзәмдән Ғәзинур Сурин «Иң шәп ҡапҡасы» булып сыҡты. Бүләктәр «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәренән, ауыл хакимиәтенән һәм дә Урал Сурин ағайҙан ине. Бүребай уйынсыларына Артур Шәйхетдин улы Сурин иҫтәлегенә булдырылған күсмә кубок тапшырылды. Турнирҙа судья булып йөрөүсе һәм ошо майҙансыҡты уйынға яҡшылап әҙерләүсе Флорид ағай Суринға Әбеш мәктәбе директоры Радмир Вәкил улы Ниғмәтуллин сәкән бүләк итте.
Компьютер алдында көн үткәреп түгел, ә тышта саф һауала хоккей уйнарға йөрөгән малайҙарға һәм был ярышты ойоштороусы ауыл хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысовҡа: «Афарин!» – тип кенә әйтергә ҡала!