+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
16 Февраль 2018, 12:49

«Бөтәһе лә һуңлап килде миңә…»

Республика халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләне. Ошо айҡанлы беҙҙең Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы бөйөк ил улының юбилейына арнап «Шағир һәм заман» тип аталған хәтер аҙналығы ойошторҙо. Ул 24 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем бар­ҙы.

Республика халҡы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуын билдәләне. Ошо айҡанлы беҙҙең Белорет ҡалаһының Дауыт Юлтый исемендәге китапханаһы бөйөк ил улының юбилейына арнап «Шағир һәм заман» тип аталған хәтер аҙналығы ойошторҙо. Ул 24 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем бар­ҙы.

Тәүге сара Нура ауылының «Йондоҙ» китапханаһында «Бөтәһе лә һуңлап килде миңә…» тип аталған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәте менән асылды. Шағирҙың тормошона, ижад юлына байҡау яһалды, шиғырҙарынан, поэмаларынан өҙөктәр уҡылды. Драматургия, тәржемә өлкәһендә уңышлы эшләүе тураһында һүҙ алып барылды. Кисә аҙағында китап күргәҙмәһе менән танышыу булды, презентация күрһәтелде.

26 ғинуарҙа аҙналыҡты дауам итеп, Сосновка ауылының «Тамыр» китапханаһында «Күңел биттәре» әҙәби-музыкаль сәғәтенә йыйылдыҡ. Был күркәм сараға уҡыусылар, ағинәй­ҙәр, уҡытыу­сылар, Назар Нәжми ижадын яратыу­сылар килгәйне. Китапханасы Гилә Фәт­ҡуллина шағирҙың ижад емештәре менән таныштырҙы. Ағинәй­ҙәр башҡарыуында «Өфө йүкәләре», «Ҡышҡы романс» йырҙары яңғыраны. Барыһы ла яратҡан «Хуш, Хәйрүш!», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән» пьесаларынан өҙөктәр ҡуйылды.

Унан эстафета Ғәбдүк ауылының «Йәшлек» китапханаһына күсте. Уның етәксеһе Сәриә Закирова «Күңелем моңдары» тип аталған әҙәби-музыкаль кисәне асып:

«Поэзия! Ихлас йәндәр иле,

Азат фекер, намыҫ, дан иле –

Пушкиндар һәм Лермонтовтар иле,

Туҡай кеүек изге йән иле,

Илаһилыҡ бар иткән бит һине!..» – тине.

Һуғыштың ҡот осҡос күренешенең шаһиты булған шағир еңеүгә ышана, был уның шиғырҙарында сағыла.

Һөжүм барҙы…

Күрәм – танк янған.

Сыға унан һуңғы төтөндәр.

Күрәм – танкист сыға алмай ҡалған

Ошо танк эсенән.

Асыҡ люктан көйгән ҡул һуҙыла

Һәм ҡыуалай төҫлө төтөндө.

Гүйә, һаман да һөжүмгә өндәй,

«Алға, дуҫтар!» – тигән шикелле.

Һәр бер шиғырынан һуң уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғырап торҙо.

Шығай ауылының «Тамъян» китапханаһы ойошторған Башҡортостандың халыҡ шағирына арналған «Яҡтылыҡ юғарынан төшә» тигән хәтер кисәһенә йәше лә, ҡарты ла килгәйне. Унда Назар Нәжмиҙең бала сағы, йәшлек йылдары иҫкә төшөрөлдө. Күркәм кисәне китапханасы Венера Эниева, клуб директо­ры Сәғирә Сабирйән ҡыҙы Ғәлиуллина, художест­во етәксеһе Венера Рәхмәтова ойоштор­ҙо.

1 февралдә юлдар беҙҙе Әхмәр ауылының «Гүзәл» китапханаһына алып килде. Унда шағирҙың юбилейына арнап китапхана етәксеһе Әлфиә Айса ҡыҙы клуб хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Был донъя­ға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер» тигән әҙәби-музыкаль кисә әҙерләгәйне. Иртәгеһенә «Тылсымлы шиғриәт донъяһы» тип атал­ған кисә Исмаҡай китапханаһында уҙҙы. Аҙналыҡ Дауыт Юлтый исемендәге китапханалағы сара менән тамамланып ҡуйҙы.

Эйе, Назар Нәжми – башҡорт шиғриәтенең йөҙөн билдәләрҙәй бөйөк шағир. Уның үлемһеҙ әҫәрҙәре, бай ижады һүнмәҫ йондоҙ булып халыҡ күңелендә бик оҙаҡ балҡыр.

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: