+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Март 2018, 19:18
Бөйөклөгөң беҙҙең йөрәктә
Беҙҙә лә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ҡунаҡҡа 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары саҡырылғайны.
Беҙҙә лә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған кисә үтте. Ҡунаҡҡа 102-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары саҡырылғайны.
Китапханасы Зөһрә Марат ҡыҙы Мөхәмәтова әҙиптең биографияһына байҡау яһап, уның ғаиләһе, тормошо, ижады хаҡында бай мәғлүмәт еткерҙе. Шулай уҡ күргәҙмәгә ҡуйылған китаптар, уларҙың йөкмәткеһе хаҡында ла ҡыҫҡаса таныштырҙы. Кисәнең ҡунағы, Шашка федерацияһы башҡарма комитеты ағзаһы Миңлегөл Фәрвәз ҡыҙы Мәсәғүтова һәм V «А» синыфынан Элина Харрасова менән Арыҫлан Хөсәйенов шағирҙың тәрән мәғәнәле, образлы шиғырҙарын урыҫ һәм башҡорт телдәрендә уҡып ишеттерҙе.
Назар Нәжми шиғырҙары үҙенсәлекле, моңло булғанғалырмы, композиторҙар уның һүҙҙәренә бик күп йырҙар ижад итеүе күптәргә мәғлүм инде. Ә Рим Хәсәнов яҙған «Ҡышҡы романс» һәм «Өфө йүкәләре» бигерәк тә популярлыҡ яулап, яратып тыңлаған йырҙарға әүерелә. Әлбиттә, кисәгә килгән уҡыусылар ҙа был йырҙарҙың яҙмаһын ҙур кинәнес менән тыңланы.
Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, 102-се башҡорт гимназияһы китапханасыһы.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?