Мөхәмәтша Буранғолов – башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады өлгөләрен йыйыусы, уларҙы баҫтырырға әҙерләүсе мәшһүр ғалим, халҡыбыҙ яҙмышын һүрәтләгән пьесалар ижад итеүсе танылған драматург, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, милли мәҙәниәтебеҙҙә лайыҡлы урын алған арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе. Уның ижады уҡыусылар тарафынан мәктәп программаларында киң өйрәнелә.
«Ҡап-ҡап – ҡабырсаҡ,
Ҡабырсағым – кимерсәк.
Уҡ аттым – батманым,
Сәңелсәгем ҡаҡманым,
Аҡ та кәрәк, күк тә кәрәк,
Энә менән еп тә кәрәк,
Утыныбыҙ ярылмаған –
Беҙгә Илмир кәрәк», – тип уйнарға тотондо улар. Оҡшаны.
Миәкә районы Илсеғол мәктәбенән килеүсе «Гөрләүек» фольклор төркөмө «Йөҙөк һалыш», «Наза» уйындарын тәҡдим итте. Барлыҡ сығыштарҙы ла мауығып ҡарап ултырҙыҡ.
Әлбиттә, бәйге булғас, еңеүсеһеҙ ҙә булмай. Форум аҙағында һәр секция эше буйынса иң-иңдәр билдәләнде. «Мөхәмәтша Буранғолов әҫәрҙәре – сәхнәлә» секцияһында – Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы коллективы, «Мираҫ»та – Миәкә районы Илсеғол мәктәбенән Миләүшә Илекәева, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан Лилиә Алтынғужина, «Минең кесе ватаным»да – әлеге лицейҙан Азалиә Ҡотлогилдина, «Мөхәмәтша Буранғолов образы – уҡыусылар ижадында» – Раевкалағы гимназиянан Артур Юнысов, Шамил Хөсәйенов, 4-се мәктәптән Сабрина Хәбибуллина, башҡорт, татар, урыҫ телдәрендә «Шиғриәт донъяһында» – Гәйнәямаҡтан Зөлиә Зарипова, Ҡармыштан Тимур Шәмсетдинов, Красный Клиндан Илфат Әхмәтйәнов, башҡорт лицейынан Азалиә Ҡотлогилдина, Раевка гимназияһынан Арина Бартновская, Самира Рәжәпова, Камила Аҫылгәрәева, Артур Юнысов, Катя Лапина, башҡорт лицейынан Эльмира Мырҙағолова, «Халыҡтар дуҫлығы фестивале»ндә – Ҡыпсаҡ-Асҡар, Раевкалағы 2-се мәктәп, Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы, Дәүләкәндәге 3-сө башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары төркөмдәре, «Халыҡ кәсептәре»ндә Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы коллективы еңеүселәр тип табылды. Афариндар!