Йәш хоккейсылар көндөң һыуыҡ икәнен дә онотоп, боҙҙа ҡыҙыу алыштар барҙы. Көйәрмәндәр ҙә байтаҡ ине. Бына хәҙер икенсе йыл үткәрелгән турнирҙы ҡарарға олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. Ни тиһәң дә, Бәләкәй Арыҫланғолда дәртле, сәмсел халыҡ йәшәй. Артур Шәйхетдин улы ошо ауылда тыуып үҫкән. Тынғыһыҙ, халҡы өсөн янып йәшәгән етәксе ине. Мәғариф министры урынбаҫары булып эшләгәндә башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә күп көс һалды, күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә лә ярҙам күрһәтергә өлгөрҙө. Уны ныҡ хөрмәт иттеләр, һәр ҡайҙа ла танып торҙолар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә китеп барҙы арабыҙҙан…
Йылдар үтһә лә, ауылдаштары ла үҙен бер ҙә онотмай, яҡташтары күңелендә һаман да тере ул. Әбеш ауылы хакимиәте башлығы Таһир Юнысов та, мәктәптең элекке директоры Фазылйән Сурин да Артур Шәйхетдин улын хөрмәтләп иҫкә алды.
Ә хоккей турнирында аҡъярҙар еңеп сыҡты. Майҙан хужалары икенсе урын алһа, йәнтештәр өсөнсө булды. Бүләктәрҙе Артур Суриндың улдары Салауат һәм Урал әҙерләгәйне.
Рәхмәт ойоштороусыларға! Балаларҙы ныҡ ҡыуандырҙығыҙ. Ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла улар хоккей ярата. Әбеш яҡтарында ла малайҙар, ҡыҙҙар шулай спортҡа ылыҡһын, һау-сәләмәт булып үҫһендәр.