-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Сентябрь 2019, 16:39

Беслан фажиғәһе онотолмай

Бөгөн, 3 сентябрь, терроризмға ҡаршы көрәшкә теләктәшлек көнө билдәләнә. Был дата 15 йыл элек 2004 йылдың 1 сентябрендә булған ҡурҡыныс фажиғә менән бәйле.

Ул көндө Төньяҡ Осетия Республикаһында ҡот осҡос фажиғә булды. Бесландағы 1-се мәктәпте баштан-аяҡ ҡоралланған террорсылар баҫып алып, уҡыусылар, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе – бөтәһе 1128 кешене аманатҡа ала. Бында һәләк булған 330 кешенең 186-һы балалар була. Беслан менән бергә бөтә ил ҡайғырҙы.

Хәҙер балалар баҡсаларында, белем усаҡтарында 3 сентябрҙә терроризм темаһына төрлө тәрбиәүи саралар ойошторола. «Нимә ул терроризм, кемдәр ул террористар, нисек һаҡланырға?» тигән һорауҙарға яуапты һәр кем белергә тейеш. Был һүҙ латин теленән алынған, тәржемәһе ҡурҡыу, ҡот осҡос тигәнде аңлата.

Башҡорт википедияһында яҙылғанса, терроризм – көс ҡулланыу юлы менән халыҡты ҡурҡытыу аша йәиһә башҡа төр хоҡуҡ боҙоуҙар ярҙамында йәмғиәттең ижтимағи аңына, урындағы үҙидара органдарының, тотош дәүләттең һәм халыҡ-ара ойошмаларҙың теге йәки был ҡарар ҡабул итеүенә йоғонто яһау ысулы.

Ер йөҙөндә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын ине.

Читайте нас: