-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Сентябрь 2019, 14:46

Беслан фажиғәһе ҡабатланмаһын!

38-се моделле балалар китапханаһында Беслан фажиғәһен хәтерләү көнө үтте.

Был ваҡиғаны һаман оноторлоҡ түгел, йөрәктәрҙе тетрәндерә. Беҙҙең сарабыҙ ҙа унда ғүмерҙәре өҙөлгән ҡыҙҙар, малайҙарға арналды. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ошо ҡот осҡос фажиғәне иҫләп, терроризмға ҡаршы үҙ фекерҙәрен белдерҙе. Һуңынан улар аҡ ҡағыҙҙа устарының эҙҙәрен ҡалдырып, планетала йәшәүселәргә теләктәрен дә яҙҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 2004 йылдың 1 сентябрендә Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһында террорсылар 1-се мәктәпте баҫып алып, өс көнгә яҡын 1 меңдән ашыу кешене аманатта тота. Теракт һөҙөмтәһендә 333 ке­ше һәләк була, шулар­ҙың 186-һы – балалар...

Бындай ҡот осҡос хәлдәр башҡа ҡабатланмаһын ине, илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!
Читайте нас: