-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
9 Октябрь 2020, 16:57

Батыр рухы йәшәй күңелдәрҙә

Чечен һуғышы үҙ эсенә ҡот осҡос ваҡиғаларҙы һыйҙыра алған. Рәсәй тәнендә һәр көн тиерлек үҙе тураһында иҫкәртеп торған ҡанлы йәрәхәт. Ҡасан да булһа ул уңалыр, онотолор, тиһәк тә, юҡ, бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай.

Был ҡәһәрле һуғыш әсәй­ҙәрҙе – улһыҙ, балаларҙы атайһыҙ ҡалдырған, бик күп яҙмыштарҙы емергән, бихисап кеше ғүмерен ҡыйған. Шуларҙың береһе – беҙҙең ауылдашыбыҙ Нур Миңлеғәли улы Ситдиҡов. Әгәр ҙә биографияһына күҙ һалһаҡ, ул 1975 йылдың 17 апрелендә Баймаҡ районы Комсомол (хәҙерге Күгиҙел) ауылында һигеҙенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс синыфтарҙы «Һәүәнәк» совхозоның Һаҡмар ауылында тамамлай. Һуңынан уҡыуын Күсей мәктәбендә дауам итә. «Йылайыр» совхоз-техникумынан механик дипломын алғас та егетте әрме сафтарына саҡырталар. Унда Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһына эләгеп, снайпер була.

...Бер мәл һуғыш башланып, улар ҡамауға эләгә. Атыу тауыштары тынғас, Нур Миңлеғәли улы эсер өсөн һыу алып килергә теләй. Ләкин һалдаттарҙы һағалап торған дошман снайперының пуляһы егерме йәше лә тулып өлгөрмәгән егеттең маңлайына килеп тейә. Яугир вафат бул­ғандан һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнә.

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында Чечен һуғышында батырҙарса һәләк булған Нур Миңлеғәли улы Ситдиков исемен мәңгелләштереү өсөн мәктәп майҙансығында таҡтаташ асыу тантанаһы үтте. Унда батырҙың әсәһе Гөлниса инәй, туғандары, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, Баймаҡ район советы депутаты Рөстәм Нәбиуллин, Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы егеттәре, Билал ауылы хаҡимиәте башлығы Илдар Саптаров, Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Сания Манапова, ауыл клубы һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Имам-хатибыбыҙ Ғәле Манапов сараны «Ҡөрьән» китабын уҡып башлап ебәрҙе. Таҡтаташ асыу хоҡуғы Нур Миңлеғәли улының бер туған ағаһы Айбулат Миңлеғәли улына һәм Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы рәйесе Рәмис Рәфис улына бирелде. Артабан программала ауыл клубы тарафынан ойошторолған концерт номерҙары ҡуйылды. Батырҙың әсәһенә бик күп йылы рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Ысынлап та, илен-ерен яратҡан ысын патриот тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәгә дан һәм хөрмәт! Фәнис Ғәбдрәшит улы ихлас күңелдән Гөлниса инәйҙе «Ил инәһе» миҙалы менән бүләкләне. Ә шул саҡта әсәнең күҙҙәрендә әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ уй-тойғолар сағыла ине. Көслө әсә йөрәге барыһын да күтәрә, барыһына ла сыҙай...

Сара аҙағында таҡтаташ янына ағастар ултыртып, Чечня, Афғанстан яуҙарында батырҙарса һәләк булған ауылдаштарыбыҙ рухына мәсет исеменән салынған ҡорбандан ауыҙ иттеләр.

Был иҫтәлекле көндә клуб мөдире Азамат Фазлиәхмәт улына, ауыл китапханасыһы Әлиә Хәмитйән ҡыҙына айырым ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Тантананы ойоштороу уларға йөкмәтелгәйне. Ысынлап та, беҙ үҙебеҙҙең батырҙарыбыҙҙы онотмаҫҡа һәм киләсәктә лә уларҙың исемен мәңгеләштереү өсөн ҙур көс һалырға тейешбеҙ.


Азалиә НАРЫНБАЕВА, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.


Читайте нас: