Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың исеме беҙҙең район тарихында лайыҡлы урын биләй. Сәсән төрмәлә яҙылған шиғырҙары, иреккә сыҡҡас ижад иткән ҡобайырҙары һәм дастандары менән халҡыбыҙ араһында киң танылыу яулай. Сәйәси золомдарға бирешмәй, замана дауылдарында рухын һындырмай йәшәгән һәм ижад иткән, халҡының ҡанлы вә иманлы тарихын аҡһаҡалдарҙан, ил уҡымышлыларынан яҙып алған, уларҙы үҙе төпсөп, тикшереп, һиҙеп-тойоп, йәнә шуны башҡаларға аңлатҡан.
Халҡыбыҙҙа иң юғары сәнғәт мәктәбе булып һаналған ауыҙ-тел ижадынан һут алып йәшәй ул. «Шәжәрә – сал тарихҡа бағыр тәҙрә», – ти ата-бабаларыбыҙҙың үткәненә, тарихына һәр саҡ тоғро Мөғәлләм Шәйхаттар улы. Бындай уй-фекерҙәре уның төрмәләге тормошон тасуирлаған «Углич хәтирәләре» китабында ла киң сағылыш тапҡан. Районыбыҙ сәсәниәһе Хәнифә Әбүбәкирова ла Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың тормош юлын байҡап, уның сәсәнлек һәләтенә юғары баһа бирҙе. «Сәсәндең ижады бөгөн дә дауам итергә тейеш, – тине ул, – шуға ла беҙгә сәсәнлек традицияларын үҫтереп, йәш быуынға тапшырып ҡалдырыу кәрәк». Район мәғариф бүлеге методисы Шәүрә Әхмәтҡужина ла сәсәниәнең әйткәндәренә өҫтәп, балалар араһында сәсәнлек мәктәбен тергеҙеү кәрәклеген белдерҙе. «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы менән берлектә был эште тормошҡа ашырыу буйынса тәҡдимдәр ҙә ҡабул ителде.
Сәсәндең уландары Марсель һәм Дамир Мирхәйҙәровтар иһә сәсәндәрҙе йыйып, фольклор байрамын үткәреүҙе һәм уның музейын булдырыуҙы яҡлап сығыш яһаһа, бүләһе, Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһы уҡыусыһы Вилдан Батталов «Йүгерек батыр» ҡобайырын һөйләп, ә инде ейәнсәре Зилә Батталова сәсәндең шиғырына яҙылған йырҙы гитарала уйнап ишеттерҙе. Рухы, йәшәүгә ынтылышы шул тиклем көслө булған сәсән тураһында мәғариф ветераны Мөнирә Кирәева, элекке китапхана хеҙмәткәре Фәниә Исрафилова, Сиҙәм мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алһыу Уйылданова, Ишҡолдан сәсәндең ейәнсәре Әлфиә Сафина һәм килене Сәлимә Мирхәйҙәровалар һоҡланыуҙарын еткерһә, Айгөл Тоҡомбәтова етәкселегендәге тыуған яҡты өйрәнеүсе түңәрәк ағзалары Мөғәлләм Мирхәйҙәровтың шиғыр һәм ҡобайырҙарын һөйләп күрһәтте.
Кисә аҙағында Асҡарҙағы 1-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зиниә Ғәлләмова етәкселегендә «Ҡуңыр буға» фольклор төркөмөнөң сәсәнгә арналған видеояҙмаһы күрһәтелде. Музыка мәктәбенән Эльмира Мирхәйҙәрова һәм уның уҡыусыһы Алтынай Ғибәҙәтова сәсәндең ҡобайырҙарына яҙылған көйҙәрҙе думбырала уйнап ҡыуандырҙы.