-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Февраль 2021, 13:17

Батырлыҡтары онотолмай

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында Бөтә Рәсәй патриотик тәрбиә аҙналығы уҙҙы. Уның маҡсаты илһөйәрлек һәм гражданлыҡ хисе, Ватанды һаҡлаусылар һәм Ватан геройҙары батырлыҡтары иҫтәлегенә ҡарата хөрмәт, күп милләтле халыҡтың мәҙәни ҡомартҡыларына һәм традицияларына һаҡсыл ҡараш уятыу ине.

Йәмғиәтебеҙ өсөн мөһим һаналған аҙналыҡҡа ярашлы, VII синыф уҡыусылары менән «Батырлыҡ дәресе» ойошторолдо. VII «Б» синыфы тәрбиәсеһе Фәймә Ғибәт ҡыҙы Ишморатова үткәргән дәрестең темаһы итеп «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе» алынғайны.

Тарихи документҡа күҙ һалайыҡ әле. 2000 йылдың 12 авгусында илебеҙҙә иң фажиғәле ваҡиғаларҙың береһе була. Төньяҡ флоттың Баренц диңгеҙендә күнекмәләре барышында 11 сәғәт 28 минут 26 секундта «Курск» һыу аҫты атом кәмәһенең беренсе бүлегендә торпеда шартлай. Субмарина 118 тәрәнлектә бата. Экипаждың 118 ағзаһы ла һәләк була. Кемдер ғәзиз улын, яратҡан атаһын, ағаһын, бәғзеләр киләсәге, ышанысы булған тормош иптәшен юғалта. Һәр бер әсә, ата, ҡатын, бала уларҙы ҡотҡарыу өсөн һыу төбөнә төшөргә әҙер ине. Экипажда үҙ эшен, Тыуған илен яратҡан, илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре йыйыла.

Башҡортостаныбыҙҙы ла тетрәндерҙе был фажиғә. Һәләк булыусылар араһында беҙҙең дүрт егетебеҙ бар. Кемдәр улар? Наил Хафизов – Әлшәй районынан, Роберт Гесслер – Благовар районынан, Салауат Янсапов – Ишембай районынан, Фәнис Ишморатов – Баймаҡ районынан. Ә Ришат Зөбәйҙуллин Силәбе өлкәһенән ине, башҡорт егете.

Рәсәй Президенты указына ярашлы, бортта булған барлыҡ диңгеҙселәр «Батырлыҡ» ордены (үлгәндән һуң) менән бүләкләнде, ә карап командирына Рәсәй Геройы исеме бирелде. Улар араһында булған интернат-гимназия тәрбиәсеһе Фәймә Ғибәт ҡыҙының тормош иптәше Фәнис Ишморатов та мәңгелеккә фани донъяға күсә. Диңгеҙселәрҙе уҡыусылар бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.

Фәнис Ишморатов Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында тыуған. Баймаҡ интернат-мәктәбендә белем ала. Рәсәйҙең һәр бер гражданы һымаҡ, үҙенең Ватан алдындағы мөҡәддәс бурысын үтәү өсөн әрме сафына алына. Хәрби хеҙмәтте «Курск» һыу аҫты атом кәмәһендә үтә һәм контракт буйынса шунда артабан да ҡала. Мәктәп йылдарынан яратып йөрөгән ҡыҙы Фәймәгә өйләнеп, Видяев ҡасабаһына алып килә. Ике йәш йөрәктең һөйөү емеше булып улдары Данис тыуа. Шул осорҙағы ауыр йәшәү шарттарына, ҡыйын финанс хәленә ҡарамаҫтан, улар бер ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй. Матур итеп, татыу йәшәйҙәр. Әммә 12 август көнө Фәнистең генә түгел, «Курск»тағы фажиғәлә һәләк булғандар­ҙың бөтәһенең дә ғаиләләренең, туғандарының, яҡындарының тормошон баштан аяҡ үҙгәртә. Шул ваҡытта кескәй Данисҡа ни бары өс йәш кенә була. Уларҙы туғандары Видяевҡа килеп, тыуған яҡтарына алып ҡайта. Фәймә Ғибәт ҡыҙы улына яҡшы тәрбиә һәм белем биреп, атаһының иҫтәлегенә тап төшөрмәҫлек ул итеп үҫтерә. Әсәһе уға донъяны аңлай башлағас ҡына атаһының яҙмышын бәйән итә. Шул ваҡыттан алып Данис ҙур ҡыҙыҡһыныу менән интернет селтәренән «Курск» һыу аҫты атом кәмәһе тураһында мәғлүмәттәр эҙләй башлай.

Әйткәндәй, улы әле өйләнеп, ғаилә ҡороп ебәргән. Уҡыусылар менән осрашыуға ул ҡатыны Альбина менән килгәйне. Балалар алдында Данис атаһының батырлығы тураһында ғорурланып һөйләне. Бер үк ваҡытта атайһыҙ үҫеүе ауыр булыуын да әйтеп үтте. Әммә һәр ваҡыт эргәһендә булған һөйөклө әсәһе уға оло терәк, кәңәшсе, ярҙамсы була.

Дәрес аҙағында VII синыф уҡыусылары тамаша залынан таралышырға ашыҡманы. Һәр береһе үҙен ҡыҙыҡһындырған һорау­ҙарын бирҙе, Ишморатовтар ғаиләһе ойошторған күргәҙмәне ҡараны. Ә унда яҡташыбыҙҙың хәрби парад костюмы, хәрби билеты, кортигы, хаттары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған ине, уның иҫтәлегенә зауыҡ менән эшләнгән төҫлө буклетта ғаилә архивынан алынған фотоһүрәттәр урын алғайны.

Фәнис Ишморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында уның исеме Баймаҡ районы Мерәҫ ауылындағы һәм Баймаҡ ҡалаһындағы урамдарға бирелгән. Баймаҡ интернат-мәктәбе музейында морякка арналған стенд һәм экспонаттар урын алған. Тыуған ауылында обелиск асылған.

Уҡыусылар 20 йыл элек булған фажиғәлә һәләк булған батырҙарыбыҙҙы иҫкә алды. Улар беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ өсөн үҙ йәндәрен биргән. Шул батырҙарҙан өлгө алып, илебеҙҙең ысын илһөйәрҙәре, Тыуған илебеҙгә тоғро ул һәм ҡыҙҙар булып үҫегеҙ!

Рим ҒӘББӘСОВ,

шайморатовсылар синыфы тәрбиәсеһе.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: