+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
6 Май 2021, 09:39

Батырҙар даны мәңге юйылмаҫ!

Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығын тантана итергә әҙерлек бара. Яу ҡырында ятып ҡалған яугирҙарҙы оло хөрмәт менән иҫкә алыу, әлеге ваҡытта иҫән-һау ғүмер кисереүсе ветерандарыбыҙҙы барлап, уларға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү - беҙҙең бурысыбыҙ.

Ошо уңайҙан яҙҙың иҫ киткес илаһи матур иртәһендә беҙҙең 84-се татар гимназияһында Еңеү һәм «Үлемһеҙ полк» байраҡтарын тапшырыу тантанаһы ойошторолдо. Уны уҙғарыу­ға, уҡыусыларҙы патриотик рухта тәрбиәләүгә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Альбина Урал ҡыҙы Азаматова, уҡытыусы Нурфат Нурислам улы Тимеров күп көс һалды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Кашшаф Әғләүетдин улы Сә­ми­ғуллин байрамдың төп ҡу­нағы булды, тыл батырҙары ла са­ҡырылғайны.

Кашшаф ола­тай­ҙың, 99 йәше яҡынлашыуына ҡарамаҫтан, кү­ңел күтәренке­леге һүрелмәй. Уның күҙ йәштәре аша йөрәк түренән сығып әйтелгән һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Олатайҙың тормошо һәм батырлығы, илебеҙгә сикһеҙ һөйөүе һәм тоғролоғо, ҡыйыу­лығы һәм ҡаһарманлығы өлгө булып тора.

Йөкмәткеле сараны уҡыу­сыларҙың ихлас, ныҡлы әҙерлекле сығыштары би­ҙәне. Фәрзәлиә һәм Денис Ибраһимовтар етәкләгән балалар бейеү коллективының бейеүҙәре матур булды. IV синыф уҡыусыһы Рус­лан Бикбулатовтың (уҡы­тыу­сыһы – Раушания Рәмил ҡыҙы Гәрәева), XI синыф тан Азат Билаловтың (Людмила Алексеевна Зонова) нәфис һүҙ оҫталары булыуына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр.

Ҡунаҡтарға гимназия музейына экскурсия ла ойошторолдо. Тарихи материалдар, архив документтарына нигеҙләнгән мәғлүмәттәр, һуғыш яланынан яҙылған һарғайған өсмөйөшлө хаттар, фотоһүрәттәрҙе ҡарағас, ветерандарҙың йө­ҙөндә шатлыҡ та, борсолоу­лы һағыш та сағылды. Геройҙарыбыҙҙың иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған өсөн улар уҡыусыларға ҙур рәхмәттәрен белдерҙе.

Бына ошондай иҫтәлекле осрашыу онотолмаҫ хәтирә булып күңел һандығында оҙаҡ һаҡланыр әле.

Мәүзилә ҮТӘЕВА,

башҡорт теле уҡытыусыһы.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: