+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Декабрь 2021, 09:55

Башҡорт Левитаны иҫтәлегенә

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған легендар дикторыбыҙ Әхәт Мортазиндың ҡабатланмаҫ, мөһабәт тауышын бер кем менән дә бутау мөмкин түгел.

Башҡорт Левитаны иҫтәлегенә
Башҡорт Левитаны иҫтәлегенә

Үҙен юҡҡа ғына ла башҡорт Левитаны тип йөрөтмәнеләр. Ул утыҙ йылдан ашыу радиолғыстарҙан республикабыҙ халҡын уята торғайны. Әхәт Мотаһар улы эшен балалар тапшырыуҙары алып барыусыһынан башлап, тиҙ арала киң танылыу яулаған диктор булып китә. Башҡорт­остандың халыҡ артисы «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында, Баш­ҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күренекле дикторыбыҙ арабыҙҙан бик иртә китеп барҙы. Үҙе үлһә лә, уны бер кем дә онотмай, уның яҡты иҫтәлегенә волейбол ярыштары, мәктәп уҡыусылары араһында өсөнсө йыл рәттән «Диктор тауышы» республика асыҡ конкурсы үткәрелә.

Быйыл ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында уҙғарылған был бәйгенең тәүге этабы онлайн рәүештә муниципаль кимәлдә ойошторолдо. Унан һуң иң яҡшы видеояҙмалар һайлап алынып, Өфөгә ебәрелде. Төрлө райондарҙан һәм Силәбе өлкәһенән 81 ҡатнашыусы ара­һынан 18-е финалға үтеп, улар­ға Учалы районында йомғаҡлау этабында сығыш яһау бәхете тейҙе.
– Балалар, һеҙ – барығыҙ ҙа еңеүсе. Сөнки туған телдең мөһимлеген аңлайһығыҙ, уға хөрмәт менән ҡарайһығыҙ, тимәк, башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте йәшәйәсәк һәм быуындан-быуынға тапшырылып киләсәк, – тип белдерҙе Әхәт Мортазиндың хәләл ефете Тәнзилә Үлмәҫбаева, йәш диктор­ҙарға мөрәжәғәт итеп.
Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән һөйләү оҫталығы ярышында кемдәр иң-иңдәр булды, тиһегеҙме? Сибай ҡалаһы балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүсеһе Арыҫлан Мәхмүтов, Учалы районы Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ лицейынан XI синыф уҡыусыһы Лениза Шәйхетдинова, Өфө ҡалаһының 161-се лицейынан III синыф уҡыусыһы Арыҫлан Ҡырымсурин, Әлшәй районының Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейынан VIII синыф уҡыусыһы Байрас Сәләмов, Учалы ауылында­ғы башҡорт гимназияһынан VIII синыф уҡыусылары Данияр Әсәҙуллин һәм Ләйсән Золотарёва, Илсе мәктәбенән VI синыф уҡыусыһы Әбделхәмит Хоҙайғолов, Сәфәр мәктәбенән VI синыф уҡыу­сыһы Эвелина Ихсанова, 3-сө лицейҙан IX синыф уҡыу­сыһы Замир Зәйнәшев, 10-сы мәктәптән VIII синыф уҡыу­сыһы Алтынай Хәйретдинова, Ғафури районы Красноусол баш­ҡорт интернат-гимназияһынан VI синыф уҡыу­сыһы Алһыу Ғәлимова төрлө номинацияларҙа еңеүселәр булып танылды. Ә Са­лауат районы Малаяҙ мәктәбенән X синыф уҡыу­сыһы Наҙгөл Шәмсетдинова, Өфө ҡалаһынан Ләйлә Ишдәүләтова, Учалылағы Абҙаҡ мәктәбенән Зөлхизә Аманова, 3-сө лицейҙан Ангелина Хәжиәхмәтова, 10-сы мәктәптән III синыф уҡыусылары Камелия Байрамғәлина һәм Самира Джантаева мәртәбәле конкурстың призёрҙары тип билдәләнде. Улар «Башҡорт­остан» дәүләт телерадиокомпанияһының дипломдарына һәм ҡиммәтле бүләктәренә лайыҡ булды, Әхәт Мортазиндың тыуған ауылында һәм уның музейында булып, легендар дикторҙың тормош юлы һәм ижады менән яҡыныраҡ танышты.
Йәш дикторҙар һөйләү оҫталыҡтарын күрһәткәндә Әхәт Мортазиндың яҡты рухы бик ҡыуанғандыр, тип ышанайыҡ. Алдағы йылдарҙа конкурстың даирәһе киңәйеп, яңынан-яңы исемдәр асырға яҙһын!

Х. КИНЙӘМОРАТОВА.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: