-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Апрель 2022, 09:40

Исеме мәңге онотолмаҫ

Гимназиябыҙҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡорт­остан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булған Рауил Төхвәт улы Бикбаевтың хәтер кисәһе уҙҙы.

Исеме мәңге онотолмаҫ
Исеме мәңге онотолмаҫ

Унда «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙың ике туған ҡустыһы Рәфис Вәхитов һәм Рауил Төхвәт улының тормош юлдашы, Рәсәйҙең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, 45 йыл ғүмерен балаларға инглиз телен уҡытыуға арнаған Фәриҙә Бикбаева саҡырылғайны.
Телем, тыуған ерем, халҡым, тип янып йәшәгән, илһамланып ижад иткән шағир тураһында бик күп йылы, иҫтәлекле һүҙҙәр әйтелде. Рауил Бикбаевтың ғәзиз милләте һәм Башҡортостаны өсөн иң кәрәкле һүҙҙе тейешле ваҡытта әйтә белеүен иҫкә алып үтте ҡунаҡтар. Рәфис Рәҡип улы яратҡан ағайы тураһында матур хәтирәләре менән уртаҡлашҡандан һуң уның портретын гимназиябыҙҙың Рауил Бикбаев исемендәге музейына тапшырҙы.
58 йыл иңгә-иң терәп, бер-береһенә ярҙам итеп, гөрләтеп йәшәгән Фәриҙә Яҡуп ҡыҙының да Рауил Төхвәт улы тураһында уҡыусыларға һөйләр һүҙҙәре, уртаҡлашыр серҙәре күп ине. Ул шағир тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә һөйләне. Ошо кисәлә сығыш яһаған һәр уҡыусыға Рауил ағайҙың китаптарын оло ҡыуаныс менән бүләк итте.
«Был донъяла телдең ҡороуҙары яманыраҡ даръя ҡороуҙан», – тип шағир юҡҡа ғына әйтмәгән. Шуға ла Рауил Бикбаев исемен йөрөткән гимназиябыҙ уҡыусылары башҡорт телен яратып өйрәнә, уны хөрмәт итә, был мәктәптә уҡыуҙары менән ғорурлана.

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА.
Өфө ҡалаһы,
Рауил Бикбаев исемендәге
102-се башҡорт гимназияһы.

Исеме мәңге онотолмаҫ
Исеме мәңге онотолмаҫ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: