+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Июнь 2022, 15:30

Тракторсыларҙың бригадиры була

Бөгөн Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғилметдин Ҡырымғужиндың тыуыуына 95 йыл тула.

Ул 1927 йылдың 1 июлендә БАССР-ҙың Хәйбулла районы Иләс ауылында тыуа.

Хеҙмәт юлын 1940 йылда «Яңы юл» колхозында башлай. 1943 йылда Хәйбулла МТС-ының тракторсыларына бригадир итеп ҡуялар. 1952 йылда Һамар ауыл хужалығын механизациялау мәктәбен тамамлап, мастер булып китә. Ике йылдан һуң Йылайыр районына эшкә тәғәйенләйҙәр. «Башҡортостан» совхозының ялан бригадаһы менән етәкселек иткән осорҙа 12 тракторсы, 6 комбайнсы әҙерләй, механизаторҙар бригадаһының 45 ағзаһының 31-е квалификацияһын күтәрә. 1972 — 1977 йылдарҙа — бүлексә идарасыһы. 1971 — 1975 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының һигеҙенсе саҡырылыш депутаты.

Биш йыллыҡ планды уңышлы үтәгәне өсөн Ғилметдин Сәйетдин улы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була. Уның исеме Йылайыр районының Япарһаҙ ауылындағы урамға бирелгән. Матрай ауылы мәҙәниәт йортона мәрмәр таҡтаташ ҡуйылған.

Бөтә ғүмерен ауыл хужалығына бағышлаған Герой 1991 йылдың 1 февралендә вафат була.

Фото apkrb.info.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: