+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Июнь 2022, 12:24

Башҡортостандың халыҡ артисы Таһир Камаловтың тыуыуына – 60 йыл

Билдәле дирижёр Таһир Таузах улы Камалов 1962 йылда Өфөлә тыуған.

Ул Өфө сәнғәт училищеһында, Өфө сәнғәт институтында һәм Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһында белем ала. Башҡортостан Милли симфоник оркестрын ойоштороусы булараҡ билдәле. Унда 1992 йылдан алып 2011 йылға тиклем етәкселек итә һәм баш дирижёр була. Эшләгән йылдарында оркестрҙың үҫешенә ҙур өлөш индерә. Рәсәйҙә генә түгел, халыҡ-ара кимәлдә Европа илдәрендә сығыш яһайҙар.

Таһир Таузах улы Камаловтың халҡыбыҙға мираҫы булып Милли симфоник оркестры тарафынан яҙҙырылған «Башҡорт симфоник музыкаһының антологияһы» ҡалды. Ул 2021 йылда вафат булды.

Фото: bashopera.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: