+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Октябрь 2022, 12:35

Мостай Кәрим иҫтәлегенә

Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулыу уңайынан баш ҡалабыҙҙа тантаналы митинг үтте. 

Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә

Шағир һәйкәле янына бөйөк әҙиптең ижадын һөйөүселәр, хөрмәт итеүселәр йыйылды. Халыҡ шағирының әллә күпме ялҡынлы шиғырҙары яңғыраны, уларҙы өлкәндәр ҙә, уҡыусылар ҙа ихлас башҡарҙы. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёрҙары ла, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. 

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, мәҙәниәт министрлығының беренсе урынбаҫары Наталья Лапшина, философия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаевтың сығыштары сараға тағы ла мәртәбә өҫтәне.

Әлфиә Мостафа ҡыҙы Кәримова республиканың иң яҡшы студенттарына Мостай Кәрим исемендәге грант та тапшырҙы. Уға Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетынан Нурия Ғилмуллина, Наҙгөл Исхаҡова һәм аспирант Азат Ғәлиуллиндар лайыҡ булды. 

Фото: bashinform.ru

 

 

Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Мостай Кәрим иҫтәлегенә
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: