+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
21 Октябрь 2022, 16:50

Тәүге профессиональ башҡорт бейеүсеһе

Бөгөн Фәйзи Ғәскәровтың тыуыуына - 110 йыл. Беренсе профессиональ башҡорт бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған. 

Тәүге профессиональ башҡорт бейеүсеһе
Тәүге профессиональ башҡорт бейеүсеһе

Уның бала-сағы Бөрөләге һәм Смоленск өлкәһендәге балалар йорттарында үтә. Бейеүгә һәләтле егет СССР-ҙың Ҙур театры ҡарамағындағы хореография техникумында уҡый, данлыҡлы балетмейстер Игорь Моисеев класында белем ала. Шунан Ленинград хореография училищеһында уҡыта. Унда Фәйзи Ғәскәров республикабыҙҙың һәләтле балалары өсөн айырым бүлек астырыуға өлгәшә. Башҡорт бейеү сәнғәтен үҫтереү теләге менән янған хореограф республикабыҙҙа бейеү ансамбле төҙөй. Был коллектив Ер шарының төрлө тарафтарында башҡорт бейеүҙәре менән сығыш яһап, дан ҡаҙана. 

1988 йылда ул нигеҙ һалған Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә Фәйзи Ғәскәров исеме бирелә.

Бөгөн был коллектив "Башҡортостан" концерт залында ҙур концерт ҡуясаҡ. Тамаша 19.00 сәғәттә башлана.

Фото:yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: