+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Ноябрь 2022, 15:45

Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен...

Бөгөн - башҡорт әҙәбиәте тарихына исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирыбыҙ Рәшит НАЗАРОВтың тыуған көнө. Уға 78 йәш тулған булыр ине. 

Рәшит Сәйетбаттал улы Назаров 1944 йылдың 1 ноябрендә Ауырғазы районы Төрөмбәт ауылында ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Бала сағы йәмле Өршәк буйында үтә, кескәй Рәшит бик йәшләй шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң колхозда эшләй. Ижад менән армияла хеҙмәт иткәндә лә шөғөлләнеүҙән туҡтамай (1963 - 1966 йылдар), ләкин ул һалдат хеҙмәтенән ауырып ҡайта. Артабан  айҙар буйына дауаханала ята, өйҙә уға бик һирәк булырға тура килә. Армияла Рәшит Назаров әҙәби ижад менән өҙлөкһөҙ шөғөлләнә,
күп яҙыша. Ғүмер буйы ижад иткән ҡайһы бер шағирҙарҙан да күп яҙыша ул, әйтерһең дә, яҙмышын алдан күрә белә. Рәшит ныҡ ҡабалана, тәүлектәр буйына эшләй. Һөҙөмтәлә, көн һайын
ваҡыт ағышына буйһонмаған, бәҫен һәм әһәмиәтен юғалтмаған 4 - 5 яңы шиғыр тыуа.
Рәшит Назаровтың тәүге йыйынтығы 1965 йылда баҫыла, ул «Таңды ҡаршылау» тип атала. Был ваҡытта йәш шағирға ни бары 21 йәш була. «Ҡояш юлы буйлап» исемле икенсе китабы 1972 йылда сыға.
Ике йыйынтыҡ та шиғриәттә оло күренеш, ҙур яңылыҡ итеп ҡабул ителә. Рәшит Назаровтың фекер яғынан да,йөкмәткеһе менән дә иҫтә ҡалырлыҡ әҫәрҙәре уның шиғриәткә китмәҫкә килгән шағир икәнлеген раҫлай. Ауырғазы ерендә тыуған ябай ауыл малайы әҙәбиәт күгендә яҡты йондоҙ булып атыла . Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаты ауырыуы арҡаһында шағир артабан ижад итеүҙән мәхрүм ҡала.
Рәшит Назаровтың шиғырҙары башҡорт халыҡ ижадындағы иң яҡшы шиғри үрнәктәр менән тиңләнә. Улар ифрат тәрән фекерле, ихласлығы, уҡымлы булыуы менән арбай. Йәш шағир ижадында ваҡыт ағышын, атай-олатайҙарҙың аманатын дөрөҫ тотоп алған.
Үкенескә күрә, иҫ киткес талантлы шағирҙың исеме билдәһеҙлектә ҡала килде. Икенсе һәм өсөнсө китаптары баҫылғас (1991 йыл, редакторы - Әсхәл Әхмәт-Хужа, «Йөрәгемде һеҙгә илтәм»), ике тиҫтә йыл үтеп китә. Тик 1993 йылда ғына Рәшит Назаровты Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзына ағзалыҡҡа ҡабул итәләр... 

Йәшен

Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…

 

Сығанаҡ: vk.com

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: