+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Ноябрь 2022, 09:30

Легендар опера йырсыһының тыуыуына – 100 йыл

РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова тәүгеләрҙән булып башҡорт композиторҙарының «Һаҡмар», «Салауат Юлаев», «Айһылыу», «Аҡбуҙат» һәм башҡа операларында партиялар башҡара.

Легендар опера йырсыһының тыуыуына – 100 йыл
Легендар опера йырсыһының тыуыуына – 100 йыл

Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы 1922 йылда Саҡмағош районы Иҫке Ихсан ауылында тыуған. 1942 йылдан алып 1972 йылға тиклем Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист була. Ул алтмыштан ашыу образ ижад иткән. Шулар араһынан Жорж Бизеның «Кармен» операһындағы Кармен партияһы Мәғәфүрә Сәлиғәскәрованың иң яҡшы партияларының береһе була. Башҡорт халыҡ йырҙарын да («Бейеш», «Таштуғай») оҫта башҡарған ул.

Бар ғүмерен сәнғәткә бағышлаған опера йондоҙо Мәғәфүрә Сәлиғәскәрова башҡорт мәҙәниәте тарихында үҙ урынын алған һәм ул беҙҙең хәтерҙә оҙон-оҙаҡ йәшәр.

 

Фото: https://www.kino-teatr.ru/teatr/acter/w/sov/368037/foto/645948/

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: