+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Ноябрь 2022, 09:30

Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына – 95 йыл

Мостай Кәрим, Динис Исламов, Сәйфи Ҡудаш, Муса Ғәли, Ғабдулла Байбурин... Был әҙиптәрҙе нимә берләштерә?

Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына – 95 йыл
Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллинаның тыуыуына – 95 йыл

Белеп ҡуйығыҙ, улар барыһы ла Шишмә районынан. Яҙыусы, шағирә Миңлегөл Хисмәтуллина ла - уларҙың яҡташы. Бөгөн уның тыуыуына  95 йыл була.

Миңлегөл Хәбибйән ҡыҙы Шишмә районының Ябалаҡлы ауылында тыуған. Ул уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә, радио һәм матбуғат хеҙмәткәре лә булып эшләгән. «Дим тамсыһы», «Ерәнсәй», «Бесәй китте еләккә», «Себештәр ҡунаҡ һыйлай», «Көмөшкүл шишмәһе» һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы булараҡ билдәле. Уның әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ телдәренә тәржемә ителгән.

Миңлегөл Хисмәтуллина яҙған күңелле, мауыҡтырғыс шиғырҙарҙың бер нисәүһен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

 

БЕСӘЙ КИТТЕ ЕЛӘККӘ

 

Бесәй китте еләккә,

Тырыз элеп беләккә.

Аяғында йөн ойоҡ,

Тырызының төбө юҡ.

 

Килеп етте еләккә,

Менеп китте тирәккә.

Тырнай-тырнай тирәкте

Эҙләй бешкән еләкте.

 

Еләкһеҙ тирәк икән,

Әллә бейектә микән?

Үрмәләне бейеккә,

Күренмәй бер еләк тә.

 

– Мыяу-мыяу, был ни эш,

Ҡайҙа булған был емеш?

– Бесәй, бесәй, бес-бес-бес!

Унда булмай бит емеш!

 

Бында еләк, ергә төш, –

Тип саҡырҙы Гөлйемеш.

Бесәй һикереп төштө,

Тапты ҡыҙыл емеште.

 

Бесәй йөрөй еләктә,

Тырыз элеп беләккә.

Аяғында йөн ойоҡ,

Тырызының төбө юҡ.

 

КӨСӨГӨМ

 

Көсөгөм бар кес кенә,

Әле ул бәпес кенә,

Эсерәмен һөт кенә,

Торам иркәләп кенә.

 

БУРАН

 

Саңғымды кейеп

Сыҡтым мин тышҡа.

Ә буран боҫоп,

Торған ышыҡта.

 

Мине күргәс тә

Китте ул тулап.

Шулай ҡоторһам,

Ҡурҡыр, тип уйлап.

 

Ә мин саңғыла

Ҡош кеүек осам,

Бурандың үҙен

Ҡуйынға ҡосам.

 

Фото: libmap.bashnl.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: