+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Ноябрь 2022, 10:05

Башҡорт телен «Европа телдәренең лингвистик атласы»на индереүсе

Бөгөн – телсе ғалим, филология фәндәре докторы Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына – 90 йыл.

Башҡорт телен «Европа телдәренең лингвистик атласы»на индереүсе
Башҡорт телен «Европа телдәренең лингвистик атласы»на индереүсе

Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы Мәҡсүтова 1932 йылдың 27 ноябрендә Мәсетле районының Һөләймән ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1951 йылда диплом алғас, алты йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 1957 йылдан – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында тел буйынса фәнни хеҙмәткәр. 1964 йылда – «Әйле башҡорттарының һөйләше» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын, ә 1980 йылда Баҡы ҡалаһында «Башҡорт теленең көнсығыш диалектындағы һөйләштәрҙең формалашыуы һәм бөгөнгө хәле» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Күренекле телсе Нәжибә Мәҡсүтова ун йыл буйы (1960 – 1970) диалектологик экспедициялар ойоштора. Шул нигеҙҙә «Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге», «Башҡорт һөйләштәренән үрнәктәр» һәм «Башҡорт теленең диалектологик атласы» йыйынтыҡтары барлыҡҡа килә. Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы – 400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Зәйтүнә Ханованың «Тел һәм ... глобус» тигән мәҡәләһендә Нәжибә Мәҡсүтова тураһында шундай һүҙҙәр бар: «Юрматы башҡорто Зәки Вәлиди менән Силәбенән Оло Ҡатай йорто башҡорто Абдулҡадир Инандан ҡала башҡорт телен бөтә донъя кимәленә алып сыҡҡан, 1993 йылдың сентябрендә Анкарала 48 илдән килгән ғалимдар алдында башҡортса сығышы менән бөтә Шәреҡ һәм Европа донъяһын яңғыратҡан Нәжибә Мәҡсүтова кеүек шәхестәребеҙгә ентекләберәк бағайыҡ. Ә һәр милләттең Нәжибә Мәҡсүтова кеүек шәхестәре бар. Тап ошо ғалимәбеҙ башҡорт телен «Европа телдәренең лингвистик атласы»на индерҙе. Глобусҡа инеү шунан башланмаймы икән, уйлап ҡарайыҡ әле...»

 

Фото: www.tuva.asia

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: