+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Декабрь 2022, 09:42

Рәссам Геннадий Васильевич Огородовтың тыуыуына – 115 йыл

Әстерхан губернаһында тыуһа ла, Геннадий Огородовтың ғүмере Башҡортостан менән бәйле.

Рәссам Геннадий Васильевич Огородовтың тыуыуына – 115 йыл
Рәссам Геннадий Васильевич Огородовтың тыуыуына – 115 йыл

1920 йылда уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Геннадий Огородов Ҡасим Дәүләткилдеев, Александр Тюлькин, Леонид Лезенков, Анатолий Лежнёвтар уҡытҡан 2-се совет мәктәбе ҡарамағындағы студияла белем ала. Белеүебеҙсә, улар - башҡорт сәнғәтенә ҙур өлөш индергән шәхестәр.

Геннадий Огородов Һарытауҙа - техникум, Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлай. Һуғышҡа тиклем Башҡорт үҙәк крайҙы өйрәнеү, Башҡорт дәүләт художество музейҙарында эшләй. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, взвод командиры була. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә.

1949 – 1979 йылдарҙа М. И. Калинин исемендәге мәҙәниәт йортонда һынлы сәнғәт халыҡ студияһын етәкләй. Уның уҡыусылары – Юрий Ракша, Сергей Литвинов, Владислав Меос, Мирас Дәүләтбаев, Неля Полякова, Пётр Багин, Роберт Йәғәфәров, Александр Рыбаков, Григорий Харин һәм башҡалар.

Геннадий Огородов – БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы.

Һүрәттә рәссамдың 1972 йылда яҙған «Башҡорт ауылы» картинаһы.

 

Фото: artsalonufa.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: