+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Декабрь 2022, 09:20

Рәссам Юрий Михайлович Ракшаның тыуыуына – 85 йыл

Теребиловтарҙың ғаиләһен мәжбүри рәүештә Башҡортостанға һөргөнгә ебәрәләр.

Рәссам Юрий Михайлович Ракшаның тыуыуына – 85 йыл
Рәссам Юрий Михайлович Ракшаның тыуыуына – 85 йыл

Шулай итеп, Юрий Ракша Өфө ҡалаһында тыуа. 1939 йылда Юрийҙың атаһы Мефодийҙы (Михаил) фин һуғышына алалар. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан ғаилә башлығы 10 йылға ғаиләһен ҡалдырып китергә мәжбүр була. Шуға малай атайһыҙ үҫә. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла күрә ул.

Ун йәштән Юрий остазы Геннадий Огородов етәкселегендә Черниковкала һынлы сәнғәт студияһында шөғөлләнә. VIII синыфтан һуң бер үҙе Мәскәүгә юллана. Унда В. И. Суриков исемендәге институт ҡарамағындағы һынлы сәнғәт мәктәбен көмөш миҙалға тамамлай.

1957 – 1963 йылдарҙа Юрий Михайлович Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының һынлы сәнғәт факультетында уҡый. 1962 йылда Ирина Евгеньевна Ракшаға өйләнеп, ҡатынының фамилияһын ала. Ҡулына диплом алғас, «Мосфильм»да ҡуйыусы рәссам булып эш башлай. Ул фильмдарға йөҙләгән эскиздар, 200-ҙән ашыу һынлы сәнғәт полотнолары яһай, егермегә яҡын китапҡа һүрәттәр төшөрә.

Япон кинорежиссёры Акира Куросаваның «Дерсу Узала» фильмының рәссамы Юрий Ракша була. Был картина 1976 йылда «Оскар» премияһы менән баһалана.

Юрий Ракшаның эштәре Третьяков галереяһында, М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында, шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Һүрәттә рәссамдың 1978 йылда яҙған «Изге йыртҡыс һәм яҡшы кеше»  картинаһы.

 

Фото: www.culture.ru

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: