+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Декабрь 2022, 16:10

Бикбайҙы иҫкә алып

Өфөләге Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында төбәк-ара әҙәби-ижади «Бикбай уҡыуҙары» өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Был сара халыҡ шағирының яҡты иҫтәлегенә һәм Башҡорт теле көнөнә арналды.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, республикабыҙҙың Яҙыусылар берекмәһе, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитете һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы ойошторған был мәртәбәле сараның маҡсаты булып, уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү һәм шағирҙың ижади мираҫына ылыҡтырыу торһа, төп бурыс булып иһә балаларҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен үҫтереү, фекерләй, яҙа белгән, таланты булған уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы күрә белеү һәм ярҙам итеү, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың шиғырҙары, поэмалары менән киләсәктә ныҡлап танышыу,өйрәнеү ине.
Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғариф идаралығының телдәр сәйәсәте буйынса бүлегенең баш белгесе  Вилдан Ринат улы Төрөпҡолов, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты доценты, Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Арыҫлан улы Әлибаев, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитете рәйесе ,«Киске Өфө” гәзите баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева , «Аманат» республика балалар-үҫмерҙәр журналының яуаплы сәркәтибе Зөбәржәт Мәүлитбирҙе ҡыҙы Яҡупова «Бикбай уҡыуҙары» нда ҡатнашыусыларҙы ҡайнар сәләмләне, йылы ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм ижади уңыштар теләне.
«Башҡортостан бында башлана...», «Мин тыуырмын яңынан йөҙәр йылдан», « Халҡыма хат»  номинациялары буйынса 900-ҙән ашыу эш ҡабул ителде. Тимәк, тыуған ерем,туған телем ,халҡым, тип янып йәшәгән шағирҙың тос фекерле, халыҡсан ижады бик күп уҡыусыларға, уҡытыусыларға яҡын һәм ҡәҙерле тип әйтергә мөмкин. Теманы асып биргән, йөрәккә үтеп ингән, шағирҙың ижадын ентекләп өйрәнгән, уй-фекерҙәрен башҡаларға еткерә алған иҫ киткес бай мәғлүмәт туплаған эштәргә лайыҡлы урындар бирелде.
Алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә, быйыл  ҡатнашыусыларға«Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите  һәм «Аманат» журналдарының махсус бүләктәре лә тапшырылды.

Туған тел - ул беҙҙең әсә теле генә түгел , ә халҡыбыҙҙың теле.Теле бөткәндең бит көнө бөтә, тип юҡҡа ғына яҙмағандыр Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев. Ул халҡыбыҙҙың боронғоһон, бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртты. Беҙҙең бурысыбыҙ- шағирыбыҙҙың эштәрен дауам итеү. Гимназиябыҙ уның исеменә тап төшөрмөҫ, тормош юлын, ижадын ныҡлы өйрәнер, «Бикбай уҡыуҙары» дауам ителер, тип ышанабыҙ.
“Бикбай уҡыуҙары” тамамланды, әммә беҙ талантлы уҡыусылар менән хушлашмайбыҙ. Башҡорт телендә әҙәби әҫәрҙәр уҡыған, рухлы, талантлы, үҙҙәре ижад иткән уҡыусылар киләһе йылдарға тағы ла күбәйер, тип ышанабыҙ. Юҡҡа ғына: «Мәктәптә бит тибә ил йөрәге»,-тип әйтмәгәндер беҙҙең яратҡан шағирыбыҙ Рауил Төхвәт улы.

 

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА, Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының педагог-китапханасыһы.

Өфө ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: