+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Декабрь 2022, 12:02

Ноғман Мусин уҡыуҙары үткән

Башҡорт теле көнөндә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы иҫтәлегенә арнап, яҡташтары I "Ноғман Мусин уҡыуҙары" әҙәби-ижад конкурсын үткәргән.Сара яҙыусының һеңлеһе Дамира Шайхрахман ҡыҙы Таһирова тәҡдиме менән ойошторолған. Тәүгеһе район кимәлендә үткәрелгән, ә киләсәктә "Ноғман Мусин уҡыуҙары" республика, төбәк-ара кимәлгә күтәрелер, Алла бирһә.

14 декабрь Ишембайҙа Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге гимназияла бик матур сара үтте. Барығыҙға ла билдәле, был көндә мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған, был көн– башҡорт теле көнө. Тап ошо көндә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың яҡты иҫтәлегенә арнап, I әҙәби уҡыуҙар үткәрелеү был көндө тағы мәртәбәлерәк итте.
Бер нисә ай элек яҙыусының һеңлеһе Таһирова Дамира Шайхрахман ҡыҙы Ишембай районы мәғариф учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге методисы Аҙнабаева Гөлнур Шамил ҡыҙына Ноғман Мусин иҫтәлегенә әҙәби уҡыуҙар ойоштороп булмаҫмы, тип мөрәжәғәт иткәйне. Һәм бына, ниһәйәт, ул көн 14 декабргә билдәләнде. Алдан уҡ бөтә район, ҡала мәктәптәренә уҡыуҙарҙың ниндәй форматта үткәреләсәген аңлатып, күрһәтмәләр ебәрелде.
Әҙәби уҡыуҙарҙы гимназия директоры Фәйзуллин Әлфис Ғаяз улы асты. Уның ни өсөн ошондай уҡыуҙарҙы яҙыусы үҙе иҫән саҡта үткәрмәнек икән, тигән һүҙҙәре күңелдәргә үтеп, оло үкенес тойғоһо уятты.
Ҡолғоналағы Ноғман Мусин исемендәге музей мөдире, яҙыусының һеңлеһе Мөхәмәҙуллина Лилиә Шайхрахман ҡыҙының әҙиптең «Берҙән бер моң» тип аталған тыуған тел – башҡорт теле тураһында нәҫерен яттан һөйләүе бар ҡатнашыусыларҙы таң ҡалдырҙы. Ни тиһәң дә, яҙыусының һеңлеһе шул!
Әҙәби уҡыуҙар секцияларға бүленде. Ноғман Мусиндың ижады, тормошо тураһында фәнни-практик эштәр, эссе яҙыу, уҡытыусылар араһында иң яҡшы дәрес өлөгөһөн билдәләү буйынса секциялар эшләне.
Бына I Ноғман Мусин уҡыуҙары тамам... Тулҡынландырғыс минуттар... Һәр секцияның еңеүселәре премиялар, призерҙарға диплом, бүләктәр биреү тантанаһы...
Әҙәби уҡыуҙарға үҙенсәлекле дипломдарҙы, буклеттарҙы халыҡ яҙыусыһының туғаны Урал Таһиров әҙерләһә, премия, бүләктәрҙең бағыусыһы– һеңлеһе Дамира Шайхрахман ҡыҙы булды.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин иҫтәлегенә үткәрелгән I әҙәби уҡыуҙар бик юғары кимәлдә үтте. Гимназия администрацияһына, уҡытыусыларына, сценарий авторы, шағирә Кәлимуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙына оло рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.
Әҙәби уҡыуҙарҙың йомғаҡлау өлөшөндә «Йөрәк һүҙе» республика шиғриәт бәйгеһендә «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсе Урал Таһировтың был сарала ҡатнашыусыларға еткергән йөрәк һүҙе байрамға сағыу биҙәк өҫтәне.
Икенсе йылға Ноғман Мусин уҡыуҙары Әхмәр урта мәктәбендә үткәрелеүе тураһында билдәле булды. Хуш, I Ноғман Мусин уҡыуҙары! Һаумы, II Ноғман Мусин уҡыуҙары!

Мәғлүмәт һәм фотолар https://vk.com/nugumanmusin төркөмөнән алынды.

Ноғман Мусин уҡыуҙары үткән
Ноғман Мусин уҡыуҙары үткән
Ноғман Мусин уҡыуҙары үткән
Ноғман Мусин уҡыуҙары үткән
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: