+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
12 Ғинуар 2023, 18:25

"Башҡортостандың лайыҡлы улы ул"

1999-2008 йылдарҙа Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры булып эшләгән Рафаэль Байдәүләтов Мортаза Рәхимов менән бергә эшләгән йылдарын былай тип иҫләй:

"Башҡортостандың лайыҡлы улы ул"
"Башҡортостандың лайыҡлы улы ул"

-Миңә оҙаҡ йылдар Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән эшләргә тура килде — иң бәхетле һәм көсөргәнешле эш осоро тип иҫәпләйем. Республиканы 1993 йылда, иң ауыр ваҡытта, етәкләп, ул уны алдынғылыҡҡа сығарҙы. Ул ысынлап та халыҡтың мәнфәғәте өсөн байтаҡ эштәр башҡарҙы. Башҡортостанды Рәсәйҙең алдынғы төбәге тип танынылар, күп кенә сит илдәрҙә белделәр. Уны федераль власть белде һәм хөрмәт итте, ул билдәле сәйәсмән булды.

Ул үҙенсәлекле һәм шул тиклем тырыш кеше ине! Һәр ваҡыт кешеләрҙең тормошон нисек тә яҡшыртыу тураһында уйланы. Берәй районға бармаған аҙнаһы булманы, республиканың барлыҡ мөйөштәрен йөрөп сыҡты. Унда нимәләр эшләргә кәрәклеген асыҡлап, күрһәтмәләр бирҙе. Беҙ тиҙ генә эшкә тотона инек, сөнки беләбеҙ: ул бер нәмәне лә онотмай һәм һорай.

Ул команда туплай белде. Беҙҙең коллектив бик эшсән ине һәм бик күп эшләне. Республика ҡалаларында ғына түгел, төпкөл ауылдарҙа торлаҡ һәм юлдар төҙөлдө, газ үткәрелде. Ул бөтә процесты контролдә тотто, уның теүәл үтәлешен талап итте.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы ауыл халҡына айырым иғтибар бирҙе. Ул ауыл предприятиеларын һаҡлап ҡалды. Ельциндың совхоздарҙы бөтөрөү тураһындағы бойороғона ҡарамаҫтан, үҙенең указын сығарҙы —предприятиелар юридик берәмек булараҡ үҙгәрһен, әммә ҡалһын. Ауылды бер ҡасан да онотмаҫҡа, ярҙам итергә, тип әйтә килде. Шуға күрә газ үткәреү тулы ҡеүәттә барҙы, ул саҡта уҡ газ үткәреүҙе 86% тиклем еткерҙек һәм илдә беренсе урынға сыҡты. Юлдар һалыу — һәм бында автомобиль юлдарының оҙонлоғо буйынса алдынғы урынға сыҡтыҡ. Тағы бик күп нәмәне һанап китергә мөмкин. Шуға күрә ул халҡыбыҙҙың лайыҡлы улы булып иҫтә ҡалыр, уның ҡаҙаныштарын бер кем дә онотмаҫ.

 

Сығанаҡ һәм фото: bash.bashinform.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: