+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
17 Ғинуар 2023, 11:35

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ниндәй буласаҡ?

Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәлдең авторы танылған скульптор Салауат Щербаков буласаҡ. 

Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ниндәй буласаҡ?
Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ниндәй буласаҡ?

Ул "Башинформ" агентлығына хәбәр итеүенсә, һәйкәл классик стилдә, башҡорт декоратив сюжеттарын индереп эшләнәсәк: башҡорт характеры мотлаҡ сағылырға тейеш. Салауат Щербаков Өфөлә Мортаза Ғөбәйҙулла улын яҡшы белгән яҡындары менән осрашып һөйләшәсәк. Был авторға етәксенең холҡон, үҙен нисек тотоуын яҡшыраҡ өйрәнеү өсөн кәрәк. Скульптор беренсе Президентыбыҙҙы эшлекле, лайыҡлы, ихтирамлы, ихлас итеп сағылдырасаҡ.

Һәйкәл бронзанан ҡойоласаҡ, постаменты - граниттан. Уның бейеклеге  3 метр була. Салауат Щербаков һәйкәлде быйыл уҡ эшләп бөтөп урынлаштырырға мөмкин, тип белдергән.

Уның ҡайҙа ҡуйылыры әлегә билдәһеҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала хакимиәте етәксеһе Радмир Мәүлиевкә һәйкәл буйынса өс көн эсендә тәҡдимдәр индерергә ҡушҡан.

Фото асыҡ сығанаҡтан алынды.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: