+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
18 Ғинуар 2023, 09:50

Геройҙарына матур яҙмыш нарыҡлаған шәхес

Әнүр Вахитовтың исеме беҙгә башҡорт әҙәбиәте аша таныш. Халыҡ тәү сиратта уны ғалим булараҡ таный. Әҙиптең «Башҡорт прозаһының жанр-стиль ҡанундары» тип аталған хеҙмәте – әлеге көндә лә башҡорт әҙәбиәтен өйрәнеүселәр өсөн ныҡ кәрәкле китап ул.

Геройҙарына матур яҙмыш нарыҡлаған шәхес
Геройҙарына матур яҙмыш нарыҡлаған шәхес

Әнүр Хисмәт улы Вахитов 1932 йылдың 20 декабрендә Ғафури районының Туғай ауылында донъяға килә. Бала сағы Яңы Ҡауарҙы ауылында үтә. Сылтырап аҡҡан таҙа, мул һыу­лы Еҙем йылғаһы буйында, тирә-яғын тауҙар уратып алған матур урында буй еткергән шәхес бәләкәйҙән тәбиғәтте ярата. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, тыуған районына уҡытыусы булып эш­кә ҡайтҡас, ер-һыу атамалары менән ныҡлап ҡыҙыҡ­һына башлай. «Әхмәҙулла бабай хикәйәттәре» аша уҡыусыһын Башҡортостандың географик үҙәге бул­ған урындар менән таныштыра. «Сейәлетүбә» тип аталған повестар һәм хикәйәләр йыйынтығында ла тыуған ер алдында кешенең яуаплылығы сағылыш таба.
Ғөмүмән, Әнүр Вахитов әҫәрҙәренең геройҙары – күпселек беҙҙең аралағы ке­шеләр. Башҡорт әҙәбиәте дәреслеге программа­һына индерелгән «Өс бөртөк бой­ҙай» хикәйәһенең төп геройы – Әфҡәт Мәүлимбир­ҙе улы Ниғмәтуллин.
Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуған Әфҡәт яҙыусының бер туған ҡустыһы, республикала киң билдәле шәхес, рәссам Рәшит Зәйнет­динов менән бергә уҡый. Әнүр Хисмәт улы күпмелер ваҡыт үҙе лә уларға һабаҡ бирә. Күрәһең, һуғыш һәм унан һуңғы осор­ҙа күп ауырлыҡтар, юғалтыуҙар күреп, ас-ялан­ғас үҫһә лә, белем алыуға ынтылған ба­ла авторҙы ошо әҫәрен яҙыуға этәргес биргәндер.
Әнүр Вахитовтың «Өс бөртөк бойҙай» хикәйәһендә һуғыш ваҡытында яраланып ҡайтҡан һалдатты колхозға бригадир итеп ҡуйыуҙары һәм яҙын иген ташығанда келәт янында Әф­ҡәт һәм Әсхәт исемле малайҙар менән танышыуы бәйән ителә. Был икәү бой­ҙай бөртөктәренә шул хәтлем ҡыҙығып, йотлоғоп ҡарай. Ә бер тоҡтоң бәләкәй генә тишегенән бойҙай бөртөктәре ергә ҡойолғас, кем уҙарҙан уларҙы сүпләргә керешәләр. Балалар­ҙы йәлләп, бригадир пилоткаһын тултырып бойҙай биреп ҡайтара. Ҡурмас итеп ҡыҙ­ҙырһындар, тип. Малайҙар иһә яртыһын баҡсаларына сәсә. Тик бер айға һуңлап ер ҡуйынына һалынған орлоҡ шытым ебәреп, үҫеп китһә лә, бой­ҙайһыҙ булып сыға. Быны күреп, өмөттәре селпәрәмә килгән Әсхәт ауырып китә. Әҙәм балаһы хыял-өмөттәре елгә осһа, аяҡтан йығыла бит. Бында ла шулай.
Ысынбарлыҡта ла әҫәр геройҙарының тормошо ауырға тура килә. Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы ошо ауылда 1934 йылдың 2 октябрендә донъяға килә. Атаһын һуғыш башланғансы, 1939 йылда уҡ, хәрби әҙерлек үтергә саҡыртып алалар. Шулай ул тура­нан-тура фронтҡа китә. 1942 йылдың 16 авгусында яралары уңалғансы ауылына ҡайтарып ебәрәләр.
Атаһы һуғышҡа киткәндән һуң, 1943 йылда, Сара исемле һеңлеһе тыуа. Электән сырхау әсәһе был ваҡытта бөтөнләй хәлдән тая. Уларҙың тамағын ҡай­ғыртыу, өйҙө йылытыу ке­үек яуаплылыҡ туғыҙ йәшлек Әфҡәт иңенә төшә баш­лай.
Үҫмерлек ҡорона ла инмәгән улының ҡулында оҙаҡ йәшәп булмаясағын аңлаған әсәһе үҙенең тыу­ған ауылына, ун һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урынлаш­ҡан Үзбәккә, күсеп ҡайтыр­ға ҡарар итә. Йорт тәҙрәләрен, ишеген таҡта менән ҡаҙаҡлайҙар ҙа шунда китәләр. Әммә бәхет эҙләп ҡайҙа ғына барма, ул осор­ҙа йәшәү рәүеше ҡайҙа ла бер була. Һуғыш, аслыҡ-яланғаслыҡ мөһөрөн унда ла ҡуя. Башта Зәбидә исемле апайҙарына күҙ терәп баралар. Улар бәләкәй генә, ер иҙәнле өйҙә үҙҙәре өс кеше йәшәй. Әфҡәттәр унда бер ай самаһы тора. Һуңынан ике ҡыҙы менән йәшәгән Рәбиғә әбейҙәренә өйҙәш булып керәләр. Бында ла ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алмай­ҙар. Нужа Әфҡәтте тағы ла баҫа. Бәләкәй генә ҡул санаһы менән алты-ете саҡрым йыраҡлыҡтағы Иҙел йылғаһы буйында үҫкән муйыл, тал ағастарын ташый. Икенсе көнөнә улар­ҙы бер биҙрә туңған бәрәң­гегә алмаша. Буран ваҡытында утынға бара алмаһа, урам буйлап һоранып сыға. Ике бәләкәй һеңлеһен, ауырыу әсәһен уйлап, биргән ризыҡтарҙың береһен дә өйҙә өлкәндәр бүлеп биргәнсе ҡапмай.
Этләнеп, осон-осҡа ял­ғап бер ҡыш үтеп барғанда әсәһен үҙҙәренә ҡайтып йәшәргә өгөтләй. Ике һеңлеһен санаға ултыртып ауылдарына юл тоталар. Күршеләре шатланып ҡаршылай. Зәйнулла бабай өй ишеген йүнә­теп бирә, үҙе: «Зәлифә, ошо заманда һи­не ситтә кем көтөп торһон, тип алдан иҫкәрттем бит», – тип шелтәләп тә ала. Алтатый (Евдокия) әбей кәкре мөрйә килтереп бирә.
Көнөндә үк күрше бабай биргән балта менән Еҙем йылғаһы ярына барып утын алып килә. Үткән йылы көлтәләп бәйләнеп өй башына эленгән алабутаның орлоғон һуғып, күршеләренең ҡул тирмәненән үткәреп тә ҡуя ҡайтыу ҡыуанысынан осоп ҡына йөрөгән үҫмер. Юл ыңғайы ауылдаштарына ла һуғыла. Улары иһә ситтән ҡайтҡан малайға ашарға нимәләре бар, шуны бирә.
Ҡара көҙҙән иртә яҙға тиклем хәйер һорашып ҡы­на йән аҫрап буласағын аңлаған малай был кәсепкә ныҡлап тотона. Алдан әйтеүемсә, Ғафури районында ауылдар бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултыр­ғас, яҡын-тирәләгеләрен «һә» тигәнсе көнөндә әйләнә. Етмәһә, сыуаш, урыҫ­тар йәшәгәндәрендә халыҡ күпкә хәллерәк була.
Яңы Тайыш ауылындағы сыуаштар үҙ ҡанаттары аҫтына ала малайҙы. Хәлле йәшәгән Марковтар йортоноң ҡапҡа ауыҙында уҫал эттәре бәйле тора. Һәр саҡ тештәрен ыржайтып, тешләргә генә торған йән эйәһенән ныҡ ҡурҡа. Шунлыҡтан өйҙөң стенаһына йәбешеп тигәндәй кереп-сығып йөрөй. Сыуаш­са ғына белгән Арена әбей­ҙең нимә һөйләгәнен күп ваҡыт аңламаһа ла, аяғөҫтө ашал­ған йылы аштарының, үлән менән әҙерәк он ҡушып бешерелгән икмәк һыныҡтарының тәмен әле лә иҫләй.
Ҡара ергә аяҡ баҫҡас, көн итеүе еңелерәк була һуғыш балаларына. Тыу­ған еребеҙҙә ашарға яраҡлы шифалы үләндәр күп үҫкәнен һәр кем белә ул осорҙа. Шулай ҙа үҫкән йәш организмға ҡоро-һары ғына етәме ни?! Ике бәләкәй һеңлеһен, әсәһен ҡай­ғыртып йөрөгән малай бер мәл үҙе лә аслыҡтан шешенә башлай. Күҙ бәбәктәренә тиклем ҡабарып, саҡ-саҡ күргән, етмәһә, Сара туғанын күтәреп килеп ингән малайҙы күреп, сыуаш Алтатый (Евдокия) әбейҙең ҡото оса. Икеһен дә өҫтәл янына ултырта һа­ла. Сыҡмаған йәне генә ҡал­ған Сараға тәрилкә тултырып аш ҡоя, ә Әфҡәткә әҙ генә һала. Бер-ике ҡабымда ашап бөткән малай быға аптырай. Һеңлеһе үҙе ашап ултырһа ла: «Был әбей ағайыма тағы ла аш өҫтәмәҫме?» – тип алан-йолан ҡарана. Тик уныһы быларҙы күрмәмешкә һалыша.
Ҡыҙсыҡ өйҙәренә ҡайтып барғанда уҡ ағаһының ҡулында йән бирә. Һуңынан әбей шулай булырын алдан уҡ белеп эшләгәнен әйтә. «Туғандарын аслыҡтан араларға тырышып, Әфҡәт тә иртәме-һуңмы аяҡ һуҙыр ине. Шуға ла, исмаһам, берәүһе булһа ла тере ҡалһын тип, Сараға өйрәне күп итеп һалдым. Аслыҡтан хәлһеҙләнгәндә ҡапыл күп итеп ашаһаң, ашҡаҙандың эшкәртергә хәле етмәй, кеше күбенә лә ҡуя», – ти ул, был эшкә ҡулы барыуының сәбәбен аңлатып.
Ошондай ауырлыҡтар, юғалтыуҙар күреп буй еткерә «Өс бөртөк бойҙай» хикәйәһе геройының прототибы. Мәктәпкә барырға йәше уҙһа ла, Ҡауарҙы ауылына яҙлы-көҙлө боҙ­ҙай һалҡын Еҙем йылғаһын кисеп, көн дә уҡырға йөрөй, белем ала. Әҫәрҙә иһә автор һуғыш балаларының ниндәй шарт­тарҙа үҫеүҙәрен, икмәк ҡәҙерен йәш быуынға төшөндөрөргә тырышыуы менән бергә, геройҙарына яҡты киләсәк тә юрай. Ә хикәйә аҙағында: «Кем белә, бәлки, атаҡлы игенсе булып китер әле», – тигән һүҙҙәре, ысын­лап та, тормошҡа аша. Киске мәктәпте, Талбазылағы агрономдар, Өлкә комитетындағы колхоз рәйестәрен әҙерләү курстарын, һуңынан ситтән тороп ауыл хужалығы инс­титутын тамамлаған Әф­ҡәт Мәүлимбирҙе улы ҡай­ҙа эшләһә лә, алдынғылыҡты бирмәй. Төрлө милләт кешеләре йәшәгән ун бер ауыл хал­ҡын берләштергән «Еҙем» колхозының рәйесе булып эшләгән йылдарын районда йәшәүсе өлкән быуын һаман да хәтерләй. Әлеге көн­дә Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылының имам хатибы, ветерандар советы рәйесе, Ҡырмыҫ­ҡалы районының почётлы гражданины Әфҡәт Мәүлимбирҙе улы Ниғмәтуллиндың тормош юлы тураһында, ысын­лап та, китап яҙырлыҡ. Булыр бала – бишектән, тигәндәй, Әнүр Вахитов, күрәһең, уның киләсәктә һоҡланғыс кеше булырын алдан күҙал­лай алған.

Кешенән ҡалған матур эштәр – мәңгелек. Әнүр Вахитовтың тыуыуына 90 йыл тулғанда уның хеҙмәттәрен әҙәбиәт ғилемен артабан да өйрәнеү, үҫтереү өсөн ҡулланалар, әҫәрҙәрен уҡыйҙар, уларҙың прототиптарының яҙмыштарынан фәһем алалар икән, тимәк, ғалим-яҙыусы был ерҙә яҡты эҙ ҡалдырып киткән. Уның һәм Рәшит Зәйнетдиновтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында үҙҙәре белем алған Ҡауарҙы урта мәктәбендә музей ҙа асылған.


Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Геройҙарына матур яҙмыш нарыҡлаған шәхес
Геройҙарына матур яҙмыш нарыҡлаған шәхес
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: