+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Хәтер
27 Ғинуар 2023, 12:40

Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө

Бөйөк Ватан һуғышындағы 900 көн дауам иткән Ленинград блокадаһын өҙөүгә бик күп йылдар үтһә лә йөрәктәге яра әле һаман уңалмай әрней әле....

Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнөБөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө
Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө

Беҙ - тыныс, мул һәм бәхетле тормошта йәшәүсе йәш быуын ,ул йылдарҙағы ҡот осҡос хәлдәр тураһында китаптарҙан уҡып, телевизорҙан ҡарап беләбеҙ. Ундай йыртҡыслыҡ ,вәхшилек бер ҡасан да ҡабатланмаһын ине.
Бөгөнгө көн барлыҡ белем биреү усаҡтарында төрлө әңгәмәләр, дәрестәр үткәрелде. Беҙ ҙә үҙебеҙҙең "Ынйыҡай" төркөмөндә балалар менән Ленинград блокадаһы хаҡында һөйләштек. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарының сикһеҙ ауырлығы, балаларҙың да ололар менән бер рәттән төрлө эш эшләүҙәре, аслы-туҡлы, бигерәк һыуыҡ, насар шарттарҙа көн итеүҙәре хаҡында әңгәмәләштек.

Балалар Ленинград блокадаһы икмәгенең көнөнә ни бары 125 грамм ғына булыуы, кешеләрҙең шундай ауыр шарттарҙа көн күреүҙәре тураһында белде. "Икмәкте ҡәҙерләргә кәрәк. Уның бер бөртөгөн дә төшөрөргә ярамай" ,- тинеләр. Ә инде шырпы ҡабығындай ғына 25 грамлыҡ икмәктән ауыҙ иткәс: "Ммм! Ә икмәк шундай тәмле!"- тинеләр.
Тыныс, имен донъяларыбыҙҙа икмәкле мул табындарыбыҙ янында туғандарыбыҙ , яҡындарыбыҙ менән ҡыуанышып сәйҙәр эсергә насип итһен ине.

Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

 

Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө
Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө
Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө
Бөгөн - Ленинградты фашистар блокадаһынан азат итеү көнө
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас