+22 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
7 Февраля 2023, 07:34

Исеме мәңгеләштерелә

Бөгөн республикабыҙҙың беренсе Президенты, билдәле дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа 89 йәш тулған булыр ине. Тәүге тапҡыр тыуған көнөн унһыҙ билдәләйбеҙ. Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ.

Исеме мәңгеләштереләИсеме мәңгеләштерелә
Исеме мәңгеләштерелә

Мортаза Рәхимов республика менән 1990 - 2010 йылдарҙа етәкселек итте. Ул эшләгән дәүерҙә Башҡортостанда 1 меңдән ашыу белем усағы, шулай уҡ балалар баҡсалары төҙөлдө. Ауылдарға газ үткәрелде, юлдар һалынды, ауыл хужалығы ла үҫеште. 

Конгресс-хол һәм Өфө-Арена ҡалҡып сыҡты. "Ассы", "Танып" шифаханалары, мәсеттәр...

Беренсе Президентты халыҡ яратып, "Бабай" тип атаны. 

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, дәүләт эшмәкәрҙәре, Ил ағаһының яҡындары уның ҡәберенә сәскәләр һалды. 

Радий Фәрит улы "Башинформ" агентлығына Мортаза Рәхимовтың исемен мәңгеләштереү буйынса бойороҡтоң киләһе аҙнала баҫылып сығасағы тураһында әйткән. "Беренсе Президенттың исеме Өфөнөң яңы урамдарының береһенә бирелсәк. Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһын Мортаза Рәхимов исеме менән атарға тәҡдим итәбеҙ", - тип белдергән. 

Фото: vk.com.

Исеме мәңгеләштерелә
Исеме мәңгеләштерелә
Исеме мәңгеләштерелә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас