

Тантаналы сара 1 мартта күренекле яҙыусының тыуған яғында – Бүздәк районында, Бүздәк ауылы Мәҙәниәт йортонда үтә.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылар, журналистар, күренекле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, республиканың атҡаҙанған артистары ҡатнаша.
Күргәҙмәлә Милли әҙәбиәт музейы фондынан китаптар, фотоһүрәттәр, яҙыусының шәхси әйберҙәре һәм башҡа материалдары тәҡдим ителә.
Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Фото һәм мәғлүмәт: kulturarb.ru.