

Әйткәндәй, был проекттың авторы – беҙҙең гимназияны тамамлаған Наилә Әбделхәй ҡыҙы Сәфәрғолова. Уның исеме хәҙер бөтә Башҡортостанға билдәле. Был бәйге бөгөн республикабыҙҙың һәр ауылында, ҡалаһында тиерлек үткәрелә. Ысын мәғәнәһендә халыҡ проектына әүерелде, һәр кем шиғыр аша үҙен борсоған йөрәк һүҙен башҡаларға еткерә ала.
Үҙебеҙҙә үткән шиғриәт бәйгеһенә беҙ абруйлы ҡунаҡтарҙы ла саҡырҙыҡ. Уларҙың барыһы ла гимназиябыҙҙың төрлө йылдарҙағы сығарылыш уҡыусылары ине. Мәшһүр бейеүсе Риф Ғәбитов, билдәле режиссёр, актриса Әлмира Ҡыуатова, «Йөрәк һүҙе» проекты авторы Наилә Сәфәрғолова һәм Зилә Дибаева шиғыр һөйләүселәрҙең сығыштарын баһаланы.
Быйылғы бәйге илһөйәрлек, Ватанды ҙурлау һәм хөрмәтләү темаһына арналды. Ҡатнашыусылар шиғырҙы тасуири һөйләүҙән тыш, уның йөкмәткеһен йөрәге аша үткәреп, авторҙың хис-тойғоһон һәр тамашасыға еткерергә тырышты. Бәйгеселәр ныҡлап әҙерләнгәйне. Сығыштарҙы һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләү еңел булмағандыр, моғайын.
Шулай итеп, «Йөрәк һүҙе» бәйгеһендә VIII «Г» синыфынан Зилиә Халиҡова өсөнсө булһа, Х «Б» синыфынан Айгизә Шәһиева менән IX «В» синыфынан Диниә Сафина икенсе урынды бүлеште, Х «В» синыфынан Эльвина Ғәббәсова беренсе урын алды. Ә Гран-приҙы VIII «А» синыфынан Азалина Бүләкова яуланы. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Рим ҒӘББӘСОВ, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.