+11 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
14 Февраль 2023, 13:50

Гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә

Республика Башлығы Радий Хәбиров беренсе Президентыбыҙ, күренекле сәйәсмән Мортаза Рәхимов исемен мәңгеләштереү тураһындағы указға ҡул ҡуйған.

Гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә
Гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә

Шулай итеп, Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт интернат - гимназияһына һәм Күгәрсен районы Мораҡ ауылындағы башҡорт гимназияһына Мортаза Рәхимов исеме бирелә! Был белем усаҡтары Ил ағаһының исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтөр.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә республиканың бер мәғариф учреждениеһына уның исемен бирергә тәҡдим итергә ҡушылған. Өфөнөң үҙәк урамдарының береһенә Мортаза Рәхимов исеме биреләсәк.

Тыуыуына 90 йыл тулыуға биографияһы буйынса энциклопедия сығарыласаҡ. Беренсе Президентыбыҙҙың эшмәкәрлеге тураһында материалдар Милли музейҙа һаҡланасаҡ. Тыуған ауылы Тәүәкәндә иһә музейы булдырыла. 

Шулай уҡ Өфөлә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ, ә йәшәгән йортона - мемориаль таҡтаташ. 

Фото: vk.com.

Гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә
Гимназияға Мортаза Рәхимовтың исеме бирелә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: