

Шулар араһына минең дә исемем эләккән. Шуға һаҡлағанмындыр инде. Ҡыҙыҡһынып уҡып ултыра инем, ҡулымдан төштө лә китте. Күтәрһәм – тиҫкәре яғы икән. Ҡыҙыл хәрефтәр менән ҙур итеп «Яҡты иҫтәлек» тип яҙылған. Авторын Муса Гәрәев тип ҡуйғандар. Ҡапыл терт итеп ҡалдым: ҡайһы Гәрәев? Ентекләберәк ҡараһам, аҫтына «Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы» тип өҫтәлгән. Шул бит, шул, тип ҡысҡырып ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
«Ағиҙел»журналының былтырғы 5-се һанында халҡыбыҙ ҡаһарманының «Әсә менән һөйләшеү» исемле мәҡәләһе баҫылғайны. Уның үҙ ҡулы менән ижад иткән яҙмаһын уҡығанда буласаҡ батырҙың әсәһенә ҡарата үтә лә нескә, үтә лә нәзәкәтле мөхәббәтен, һөйөүен нисек асыуына ғәжәпләнеп ултырғайным. Күңелгә: тап шундай һөйөүҙе йөрәгендә йөрөткән заттар ғына әсәһе, иле, халҡы өсөн оло батырлыҡ яһай алалыр, әгәр ҙә һуғыш булмаһа, Муса Гәрәев мотлаҡ яҙыусы булыр ине, тигән фекер ҙә инеп оялағайны.
Бөгөн мин һеҙгә уның алтмыш йыл элек, үткән быуаттың алтмышынсы йылдар урталарында, «Башҡортостан пионеры» гәзитендә донъя күргән ошо бәләкәй генә мәҡәләһен тәҡдим итмәксемен. Иҫтәлек булыр.
Фәрит ӘХМӘРОВ,
Сибай ҡалаһы.
Яҡты иҫтәлек
Һәр кемдең яратҡан уҡытыусыһы була. Ул күңелгә инеп ҡала, һис тә онотолмай.Минең дә ундай кешеләрем бар. Фәтих Сабиров ағай – шуларҙың береһе. 1930 йылда Илеш районының Таш-Шишмә ауылында беренсе класта уҡытты ул. Тәүге тапҡыр Фәтих ағай мине уҡырға, яҙырға өйрәтте. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләне, кешене ихтирам итергә лә беренсе өйрәтеүсем ул булды. Уның хаҡында яҡты иҫтәлек күңел түрендә һаман да һаҡлана.
Йылдар бер-бер артлы үтеп торҙо. Тимер юл техникумына уҡырға индем. Өфө аэроклубына йөрөй башланым. Авиацияға тәүге путёвканы мин бына ошонда алдым. Инструктор Иван Митрофанович Петров осорға өйрәтеүсе тәүге уҡытыусым булды. Беренсе тапҡыр һауаға мин уның менән бергә күтәрелдем. Ул арымай-талмай беҙҙе өйрәтте, үҙенең күп йыллыҡ тәжрибәһен өләште. Авиацияға һөйөү уятты. Тәртипкә, йыйнаҡлыҡҡа, бөхтәлеккә, үҙ-үҙеңә талапсан булырға, алға ҡуйған маҡсатҡа ирешергә мин ҡәҙерле уҡытыусым Иван Митрофановичтан өйрәндем. Инструкторҙар араһында иң өлкәне, иң тәжрибәлеһе лә ул ине. Шуға ла үҙен буласаҡ осоусылар ҙа, инструкторҙар ҙа атайҙары кеүек яҡын күрҙе. Ихтирам итте. Уның кәңәше буйынса хәрби училищеға киттем, лётчик булдым.
Фашист ҡоҙғондары менән һуғышҡан саҡта осорға өйрәтеүсе тәүге уҡытыусымдың яҡты образы күҙ алдына килеп баҫа һәм миңә дошманды еңергә көс бирә торғайны...
Муса ГӘРӘЕВ, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы.