

Республика Башлығы Радий Хәбиров уның исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушҡайны. Фәнис Хөсәйенов уҡыған Бүл-Ҡайпан ауылындағы Башҡорт төньяҡ-көнсығыш училищеһында һәм Яңы Ҡайпандағы мәктәптә батыр иҫтәлегенә таҡтаташтар ҡуйылған. Сарала Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламов, хәрби комиссары Ансар Арыҫланов, район ветерандар советы рәйесе Әнәс Мәғзүмов, Фәнистең әсәһе Фәриҙә Хөсәйенова, туғандары, ауылдаштары,район халҡы ҡатнашҡан. Мемориаль таҡтаны асыу хоҡуғы Фәриҙә Мәғҙән ҡыҙына тапшырылған.
Сәскәләр һалынған. Йыйылған халыҡ Фәнис уҡыған синыф бүлмәһен инеп күргән.
Батыр егеткә - мәңгелек дан!
Фото: vk.com.