+25 °С
Ясно
VKOKМакс
Хәтер
26 Февраля 2023, 16:25

Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл

Скульптор Александр Сукманов легендар "Ласковый май"ҙың солисы Юрий Шатунов һәм төркөмдө ойоштороусы Сергей Кузнецовҡа һәйкәлдең моделен тәҡдим иткән.

Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәлЮрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл
Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл

"Минең күп эштәрем тыуған яғыма арналған һәм Шатунов образы өҫтөндә лә эшләмәй булдыра алманым. Беҙҙең Ырымбур өлкәһенән танылған шәхестәр күп түгел бит. Сергей Кузнецов менән кәңәшләштек, ул һәйкәлде Юра тәрбиәләнгән Балалар йортонан йыраҡ түгел урында ҡуйырға тәҡдим итте. "Ласковый май" төркөмө лә шул тирәлә барлыҡҡа килгән", - ти скульптор.

2022 йылда Сергей Кузнецов та был донъянан китте. Александр Сукманов Шатунов менән Кузнецовтың ижади дуҫлығын бер йыл элек концерт ваҡытында төшкән фотоларына ҡарап эшләргә булған. Әлегә, әлбиттә, макет пластилиндан ғына яһалған, шуға оҡшашлыҡ юҡ кеүек. Скульптураны бронзанан ҡоймаҡсылар. Бик күптәр яратып тыңлаған йырҙар авторы Кузнецовтың замандаштарының идеяһы тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Фото: www.ural56.

 

Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл
Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл
Юрий Шатунов менән Сергей Кузнецовҡа һәйкәл
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас