

2023 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаевтың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо айҡанлы 28 февралдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында хәтер кисәһе үтә. Ул 19.00 сәғәттә башлана, инеү ирекле. (6+)
ҠАПҠА ТӨБӨНДӘ
Ауыл өҫтөн тынлыҡ ҡаплағас,
Ҡарт-ҡоролар ятып йоҡлағас,
Йөрөүселәр бөткәс күҙ атып,
Егет килде ҡыҙын оҙатып.
Туҡтанылар ҡапҡа төбөндә,
Ҡыҙ ашыҡҡан булды өйөнә;
Егет уны ҡыҫтап туҡтатты,
Йылы һүҙҙәр әйтеп йыуатты.
Тотоп алды уның биленән...
Ҡайнар һүҙҙәр, ҡайнар ирендәр...
"Абау, мөхәббәтһеҙ, кит бынан!"-
Тигән булды ҡыҙый, тик һаман
Егетенә нығыраҡ һыйынды.
Ай нурына донъя ҡойондо.
һүҙҙәр бөтмәй йөрәк түрендә,
Улар һаман ҡапҡа төбөндә.
Ҡыҙы тағы китте үҙгәреп -
Хәтерләне әсә һүҙҙәрен.
Инәм, тиеп тағы уҡталды,
"Аҙға ғына" тағы туҡталды;
Улар һүҙҙе тағы яңыртты,
Ул арала инде таң атты.
Ҡабатлана шулай көн һайын
Йәшлек тигән нәмә, моғайын,
Йоҡоһоҙ һәм айлы төн менән
Башланалыр ҡапҡа төбөнән.
Әнғәм АТНАБАЕВ.
Фото: rbsmi.ru