+34 °С
Ясна
VKOKМакс
Хәтер
1 Март 2023, 09:30

Йәш хәбәрсе лә була

Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хәким Ғиләжевтең тыуыуына – 100 йыл. Беләһегеҙме, ул «Йәш төҙөүсе» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзитенең йәш хәбәрсеһе була.

Йәш хәбәрсе лә булаЙәш хәбәрсе лә була
Йәш хәбәрсе лә була

Үҙенең хәтирәләрендә ошолай иҫкә ала был турала: «...Ә инде «Йәш төҙөүсе» исемле балалар газетаһы сыға башлағас, ул тәүге һанынан башлап тиерлек беҙҙең өйҙөң түр башындағы ҡунағы, минең айырылмаҫ дуҫым булып китте. Түр башында, тип әйтеүем хөрмәт йөҙөнән генә түгел, мин уны, өҫтәлебеҙ булһа ла, нишләптер һике өҫтөнә йәйеп, һуҙылып ятып уҡырға ғәҙәтләнеп киткәйнем. Атайымдың минең беренсе уҡытыусым Хөснөтдин Йәркәевкә шаяртып: «Ана беҙҙең Хәким (ул мине тулы исемем менән әйтмәй ине) газетаны күҙе менән  уҡымай, теле менән дә ялай», – тип көлөүе әле булһа хәтеремдә. Ә 1940 йылда «Йәш төҙөүсе»нең ун йыллыҡ юбилейына Ғилемдар Рамазанов менән Дәүләкән педучилищеһынан Өфөгә делегат булып барырымды һәм китапхана менән бүләкләнәсәгемде ул ваҡытта атайым да, уҡытыусым да баштарына ла килтермәгәндәрҙер, әлбиттә».

Хәким Ғиләжев СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел, әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр ҙә була, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә лә эшләй. 1955 – 1968 йылдарҙа «Ағиҙел» журналында баш мөхәррир вазифаһын башҡара. 1968 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзына рәйес итеп тәғәйенләнеп, 1972 йылға тиклем уны етәкләй.

Хәким Ғиләжев Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантонының (хәҙерге Бүздәк районы) Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Ике тапҡыр I дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм миҙалдар менән наградлана.

Хәким Ғиләжевтең киң танылыу яулаған романы – «Погонһыҙ һалдаттар». Унда һуғыштан һуңғы тәүге йылдар, шәхес һәм халыҡтың үҙ-ара мөнәсәбәте бәйән ителә. «Алғы сик» тип аталған был шиғыры 1944 йылда яҙылған:

Ышанмаҫтар, бәлки, был йырымды,

Ҡоштар һайрай, тиеп башлаһам.

Был – алғы сик. Таң зәңгәре аша

Тәү нурҙарын ҡояш ташлаһа,

 

Һабантурғай күтәрелә күккә,

Моң тарала ҡырҙар өҫтөнә.

Алмағастар шыбырлашып ҡуя

Томандарҙы ҡыуған ел менән.

 

Һалдат хисле. Һалдат күңеленән дә

Ни бар икән, дуҫтар, нескәрәк?

Бында һәр таң – ғүмер башы төҫлө,

Илһам бирә, яңы көс бирә.

 

Тирә-яҡ тын. Постар алмашынды.

Күҙәтселәр ҡайтты «тел» менән.

Кухня килде. Окоп ашынан да

Аш бармы икән тағы тәмлерәк?

 

Был – алғы сик.

Һәр бер атламында

Ышанысы ята халҡымдың.

Шуға бында ауыр – еңел һымаҡ,

Эҫе кеүек тойола һалҡын да,

Ғорур тибә йөрәк ялҡынлап.

 

Фото: https://vk.com/wall-187393333_1538?z=photo-187393333_457241243%2Fwall-187393333_1538

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас